Jump to content

Елдәр(шиғыр). Муса Йәлил

From Wikisource
Елдәр (шиғыр )
автор Муса Йәлил
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Елдәр


Елдәр, елдәр, һеҙ иҫегеҙ,
Иҫәһегеҙ ниндәй тиҙ!
Тик бер һорау бирергә,
Зинһар, рөхсәт итегеҙ!
«Ер йөҙөндә шундай туҡ,
Шундай иркен тормошло,
Шундай киң һәм шундай ныҡ,
Шундай матур күренешле.
Әллә нисә диңгеҙле,
Әллә нисә урманлы,
Шат ҡояшлы, йондоҙло
Тағы берәй ил бармы?»
Елдәр, елдәр әйттеләр:
«Бындай ил — тик бер генә.
Сәскә генә, гел генә
Беҙҙең Тыуған ил генә».
 
 


1988 йыл