Мин әле бар инем, әле юҡмын,
Әле бойоҡ инем, әле шуҡмын,
Әле даръя инем, әле утмын —
Йәнем, һинең ҡайнар ҡосағыңда.
Ебәк кенә яулыҡ үтер балдаҡ —
Һөйөү ирке...
Юҡтыр унда алдаҡ.
Ҡаймаламай йәнде шомло шаңдаҡ,
Йәнем, һинең ҡайнар ҡосағыңда.
Йәнем, һинең ҡайнар ҡосағыңда
Бары үҙем, үҙем булып ҡалам.
Йәшкә төйөлөп, берсә уйға талам,
Шатлыҡ ептәренән берсә һалам
Яҙмыш яулығына хәтәр биҙәк.
Ә яулығым минең — елбер ебәк,
Елбер ебәк...