Jump to content

Дәфтәрем. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Дәфтәрем. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 10.04.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Бөгөн шиғыр яҙмам инде,
Күңелемде шом алған –
Шиғыр яҙа торған дәфтәр
Мәктәптә тороп ҡалған!

Күңелемдә хис-тойғолар
Урғылып торған сағы,
Шиғри юлдарға һалмағас,
Нимә эшләрмен тағы?!

…Нимә генә эшләрмен һуң –
Мәктәптә ҡалған дәфтәр…
…Шиғыр өсөн дәфтәр түгел,
Шиғырға кәрәк хистәр!

Күңелдән шомдо таратам,
Бирелеп хистәремә,
Шиғыр юлдарым теҙелә
Күңелем дәфтәренә…