Jump to content

Дуҫтар һатамы?... Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource

Дуҫтар һатамы?..

[edit]

Дуҫ һатты тип аптырама,

Дошман һатмай, дуҫтар һата,

Ә дошман тик ҡуйынында

Әпәүләгән ташын ата.

Дуҫтар түгел, әҙәми зат

Үҙ-үҙкәйен үҙе һата,

Дошманына сер бирмәҫтең

Эс серҙәре эстә ята.

Кемгә үпкә, тел ҡыҫтауҙы

Уҙҙырмағас түҙем-сабыр,

Һыймаҫ серең - хас дошмандыр,

Кем һуң дуҫҡа ғәйеп ябыр?!

Үҙ-үҙеңде һатҡаныңда

Дуҫың һыуҙай серең йотһа,

Сисел уға,

тик шикләнәм

Атмаҫыңа уны утҡа.

Ситте нисек ҡурсалаһын

Үҙен-үҙе ҡурсымаған?!

Серең систең - күлдәк систең,

Ҡалыр микән күрмәй ҡалған,

Сисенгәнең белмәй ҡалған...



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.