Дуҫтар китә…
Юҡ, донъянан түгел,
Китә улар минең донъянан…
Бер зыярат инде күңелемдә –
Хыянаттар бында йыйналған.
Бер кисерә алам… Ике тапҡыр…
Өсөнсөгә - китәм әйләнеп,
Башты ғорур тотоп, текә баҫып…
Улар ҡала арттан һөйләнеп.
Эстән генә үкһеп илай-илай
Аҙна-айҙар үтәм ҡайғыла…
Йыш булһалар бындай хыянаттар,
Түҙер инем икән ҡайһылай?
Һүҙем әрәм итмәй, матур китәм
Һатлыҡ йәнле “дуҫтар” янынан…
Шунан һуң да яңы кешеләргә
Ышанырға көсөм табыла.
Хыянаттар төштө быуыныма,
Йөрәккәйем арып-талырлыҡ,
Ышанамын әле, көсөм барҙа
Матур итеп китә алырлыҡ!