Jump to content

Даға. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

* * *



Ырымға ышанып кемдер
Ишеккә даға ҡаға.
Бик рәхәт булыр ине лә
Уңыш килерһә даға.
Дағаға инанғандарҙы
Йыуата имеш-мимеш:
Йәнәһе лә, ул һауыттай
Өҫкә ҡарарға тейеш;
Юҡ-юҡ, тиҙәр икенселәр,
Ҡарарға тейеш аҫҡа,
Иблис, имеш, вәғәҙә биргән
Шул саҡта ҡағылмаҫҡа.
Ә шулай ҙа иң яҡшыһы-
Даға табылған саҡта
Үҙеңдең тояҡҡа ҡағып
Сабып эшләргә аттай!


2015



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.