Балалар дәрестән һуң ҡайтырға ашыҡманы. Улар уҡытыусы апалары Рәсимә менән Яңы йыл байрамына әҙерлек тураһында һөйләштеләр.
Яңы йыл — матур байрам. Балаларҙың һәр береһе был көндө ҡыҙыҡлы уйынсыҡ яһап ҡаршыларға булды.
— Ниндәй бүләк әҙерләйәсәген һәр кем сер итеп тотһон, һуңынан иң һәйбәттәрен ёлкаға эләсәкбеҙ, — тине уҡытыусылары.
— Мин самолёт яһаясаҡмын, — тип ҡысҡырҙы Сабир.
Ул Рәсимә апаһының әле генә әйткән һүҙҙәрен онотоп та ҡуйҙы шикелле.
Бөтәһе лә көлөп ебәрҙе. Сабир бүтән өндәшмәне.
Класта көн һайын тиерлек Яңы йыл бүләге хаҡында һүҙ сыҡты. Бигерәк тә ҡыҙҙар тәнәфестә йыйылып ала ла серле генә бышылдаша.
Уларҙың ниндәй уйынсыҡ яһағандарын бер- береһенән йәшергеһе килә килеүен, тик шундай серҙе аҙналар буйы һаҡлауы еңелме ни?
Сабир теге ваҡытта яңылыш ҡысҡырып ебәрһә лә, бер кемгә бер һүҙ өндәшмәй, ҡайта ла эшенә ултыра. Уйынсыҡтың да ниндәйе бит! Ракета! Уны ағаһы ҡаланан алып ҡайтҡан уйынсыҡҡа ҡарап эшләй. Был хаҡта хатта иң яҡын дуҫы Рәмилгә лә белдермәй. Серҙең сер булып ҡалыуы яҡшы.
Бөгөн класс етәкселәре:
— Иртәгә Яңы йыл бүләктәрен алып килергә онотмағыҙ! — тине.
Кем онотһон инде? Сабирҙың ракетаһы ла күптән китап шкафы өҫтөндә тора. Ҡып-ҡыҙыл ул. Асҡыс менән пружинаһын борһаң, бер аҙ ғына оса ла иҙәнгә «йомшаҡ» ҡына төшөп ултыра. Тырышты шул Сабир.
Дәрестән ҡайтҡас, Сабир ракетаһын газетаға төрҙө. Әҙер торһон...
Ул өйгә бирелгән эштәрен эшләп ултырғанда, күрше Сәлихә еңгә инеп, Сабирҙың әсәһенә зарланып алды:
— Мәтрүшкәң юҡмы, апай? Хәниф ауырый, Һалҡын тейгән, көнө буйы иланы...
Сәлихә еңгә йомошон йомошлағас та сығып китте. Уның артынан уҡ Сабир ҙа күршеләренә йүгереп инде. Биш йәшлек Хәнифте бик ярата ул. Йәй көнө һыу инергә бергә йөрөйҙәр. Ҡышын сана шыуырға алып бара. Шул дуҫы бөгөн ауырып киткән икән дә. Сабир уны шаяртҡан булды:
— Ни булды һиңә? Әллә күҙҙәреңә һыу тулған инде?
Хәниф уға иғтибар итмәне. Сабир уны, мөйөштә торған велосипедҡа ултыртып, иҙән буйлап йөрөтмәксе ине лә, Хәниф уның һайын ярһыны:
— Кәрәкмәй! Кәрәкмәй!
Эйе, уның хәле шәп түгел шул.
Сабир тиҙ генә ҡайтып килде лә Хәнифкә газетаға төрөлгән ракетаһын тотторҙо.
— Мә, уйна, тик ватма!
Сабир, ракетаның пружинаһын асҡыс менән бороп, осортоп та күрһәтте.
Хәниф мыжыуҙан туҡтаны. Уйынсыҡты шунда уҡ ҡулына алды. Әйләндереп-әйләндереп ҡараны. Осортоп та ебәрҙе.
— Сабир ағай, миңәме был?
— Эйе, һаҡлап ҡына уйна! Бүтән илама. Юҡһа, ракетаны кире алырмын да ҡуйырмын!
Сабир Хәниф менән оҙаҡ уйнаны. Бәләкәс малай арып йоҡоға талды. Сабир өйҙәренә ҡайтып китте. Сәлихә еңгә уға рәхмәт әйтеп ҡалды.
Икенсе көндө дәрестән һуң класс шау-гөр килде. Өҫтәлдә — күпме уйынсыҡ! Ат, өйрәк, ҡаҙ... Алма, груша... Әллә күпме! Береһенән- береһе матур. Сабир ҙа уҡытыусы өҫтәленә уйынсыҡ самолёт килтереп ҡуйҙы. Малай уны әллә ҡасан, йәй көнө үк эшләгәнлектән, самолёттың һары төҫтәге буяуы ла ҡуба башлағайны инде.
Уҡыусылар өҫтәлдәге бүләктәрҙе ҡарап сыҡты. Шунан һуң Рәсимә апалары уларға һорау бирҙе:
— Йә, кемгә ҡайһыһы оҡшай?
Балалар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә:
— Гүзәлдең боланы иң матуры!
— Мораттың Буратиноһы мәрәкә! — тип ҡысҡырыштылар.
Ысынлап та, болан да, Буратино ла һәйбәт ине. Был тәтәйҙәрҙе мәктәп ёлкаһын биҙәргә бирҙеләр. Сабирҙың самолётын ғына береһе лә оҡшатманы:
— Эй, маҡтансыҡ! Иҫке нәмә алып килгән.
...Мәктәптең ҙур залындағы ҡупшы ёлка ем-ем килә. Уҡыусылар төрлө костюм кейеп алған. Береһе — «айыу», икенсеһе — «бүре», өсөнсөһө «ҡуян» булып ёлка тирәләй сабып йөрөй. Сабир төлкө маскаһын кейгән.
Балалар ёлка эргәһендә бейене, йырланы, шиғыр һөйләне. Уларҙың һөнәрҙәрен ата-әсәләре, ҡусты, һеңлеләре ҡарап ултырҙы. Сабир ёлка байрамына Хәнифте лә алып килгәйне.
Ҡайтҡанда малайҙар Хәнифтең ҡулындағы ракетаһын күреп ҡалды. Ёлкалағы бөтә уйынсыҡтарҙан да шәберәк ине ул. Етмәһә, Хәниф, пружинаһын бороп, осороп та күрһәтте. Малайҙар ракетаны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараны.
— Ҡайҙан алдың? — тип һораштылар. Хәниф:
— Сабир ағайым яһап бирҙе, — тине.
Малайҙарҙың береһе үкенес белдергәндәй әйтеп ҡуйҙы:
— Их, Сабир, шул уйынсығыңды килтерһәң, беренсе урынды ала инең бит.
Сабир, йылмайып, Хәнифте етәкләне.