Jump to content

Гәрәевтең мираҫы һаҡлана

From Wikisource
Гәрәевтең мираҫы һаҡлана
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2016. Нәшер ителгән: 2016. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Гәрәевтең мираҫы һаҡлана // «Башҡортостан» гәзите, 2016, 12 апрель



Гәрәевтең мираҫы һаҡлана

Мостай Кәрим «Республикабыҙҙың төньяҡ ҡапҡаһы» тип нарыҡлаған Яңауыл – Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә киң танылыу алған бихисап арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған төйәге. Төрлө йылдарҙа халыҡ хужалығының күп тармаҡтарында шөһрәт һәм дан ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр, хәрбиҙәр, шағир һәм яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре – яҡташтарының оло ғорурлығы.

Улар араһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев айырым урын биләй. Ҡыҫҡа ғына ижади ғүмерендә «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-при яулап өлгөргән, Бөтә Союз һәм Рәсәй кимәлендәге күп конкурстарҙың лауреаты булған, Ғәлимов Сәләм исе­мендәге республика йәштәр пре­мияһын алған, башҡорт йыр сән­ғәтен илебеҙҙән ситтә лә танытҡан Радик Арыҫлан улының яҡты иҫтә­леген яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай. Яңауылдағы мәктәп һәм урамға уның исеме бирелгән, вокалсы­ларҙың Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы үткәрелә. Уның сираттағы бишенсеһе үҙенсә­лекле опера һәм эстрада йырсы­һының тыуыуына алтмыш йыл тулған көндә үтте.

Бәйгелә республиканың ун районы һәм һигеҙ ҡалаһынан 12 йәштән 78 йәшкә тиклем 50 профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсы ҡатнашты. Талантлы башҡарыусыларҙы асыу­ҙы, йыр-моңға ғашиҡтарҙың арта­банғы һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан кон­курстың тағы бер маҡсаты – Радик Гәрәевтең ижади мираҫын пропагандалау һәм таратыу. Шуға ла, алдан билдәләнгән шарттарға ярашлы, һәр ҡатнашыусының баһалаусылар ҡарамағына тәҡдим иткән ике әҫә­ренең береһе халыҡ йыры, икенсеһе мотлаҡ Р. Гәрәев репертуарынан булырға тейеш.

Төрлө тарафтан йыйылған конкурсанттар өс төркөмгә бүленеп, 12 йәштән 16-ға һәм 17-нән 35 йәшкә тиклемдәр, 36 йәштән ололар үҙ­ҙәренең маһирлығын күрһәтте. Уларҙың башҡарыу оҫталығын Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, Рә­сәй­ҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова рәйеслегендәге комиссия ағзалары билдәләне. Төрлө номинацияла лауреат булыусыларҙың һәм бәйгелә еңеүселәрҙең исеме район мәҙәниәт һарайындағы гала-концертта иғлан ителде. Был сара ысын мәғәнәһендә Радик Гәрәевте хөрмәтләп иҫкә алыу кисәһенә әйләнде. Халыҡ артисының портреты эленгән сәхнәнән остаздары һәм ижадын яратыусылар исеменән Фәрзәнә Сәғитованың уға үҙ юбилейында ҡатнашыусы булараҡ өндәшеүе бигерәк тә үҙенсәлекле яңғыраны. Ваҡытһыҙ вафатынан һуң ике тиҫтә йыл үтеүгә тағы ла тосораҡ тойолған маҡтау һүҙҙәрен, әйтерһең дә, йырсы туранан-тура үҙе ишетте, күңел төпкөлөнән килгән йылы хистәрҙе тулыһынса ҡабул итте. Радик Гәрәев башҡарыуында йырҙар яңғырауы, уның һөнәр­ҙәш­тәренең, ағаһы Римдең иҫтәлектәре тамашасылар һәм, әлбиттә, конкурсанттар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.

Алдағы бәйгеләрҙән айырмалы, быйыл еңеүселәр профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсылар араһында айырым билдәләнде. Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-при хужалары тип Өфө ҡалаһынан килгән йырсы Радмир Хәсәнов һәм Бөрө һәүәҫкәре Станислав Батурин иғлан ителде, уларға 50-шәр мең һумға сертификат һәм иҫтәлекле сувенир тапшырылды.

I дәрәжә лауреат исеменә Иглин районынан Фәһим Тоҡомбәтов, Өфөнән Алмас Сирусин менән Карина Хәсәнова, Яңауыл районынан Рушан Ҡәләмов менән Анастасия Сәметдинова лайыҡ булды. Әйт­кәндәй, баш ҡала вәкиле Алмас бынан алдағы бәйгелә 16 йәшкә тик­лемгеләр араһында 3-сө урын яулағайны. Әле үҙенең йәше менән оҫталығы ла үҫә барыуын ныҡлы дәлилләне. Фәһимгә килгәндә инде, ул иң күп бүләктәрҙе яуланы: әйтелгәнгә өҫтәп тағы ла халыҡ йырын һәм Радик Гәрәев репертуарынан ингән йырҙы иң яҡшы баш­ҡарғаны өсөн тағы ла ике номинацияла дипломдар менән бүләк­ләнде.

Төрлө номинацияла иң оҫта тип билдәләнгәндәр, сәхнәгә сығып, тамашасыларҙы илаһи йыр-моң иленә сәйәхәткә әйҙәне, киң билдәле «Уралым» менән бергә заманында Радик Гәрәев башҡарыуында донъя­ның күп ҡитғаларында популяр йыр­ҙарҙы яң­ғырат­ты. Уларҙы күңелдәре аша үткәреп, залдағылар шатланып та, моңһоу­ланып та үҙҙәренең йәш­лек йылдарына ҡайтып әйләнде...

Яңауыл районы хакимиәте баш­лығы Илшат Вәзиғәтов данлыҡлы яҡташтары хөрмәтенә тағы ла бер йылдан һуң уҙғарыласаҡ бәйгегә маһирҙарҙы ихлас саҡырҙы. Уларҙы мәшһүр йырсының ҡорос һыны ла ҡаршылаясаҡ.

Баһалаусы комиссия ағзалары булған сәхнә әһелдәре – Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов менән Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов — билдәләүенсә, конкурс йыл һайын географияһын киңәйтә, ҡатнашыусыларҙың баш­ҡарыу оҫталығы күтәрелә бара. Конкурсанттар иһә ҡунаҡ ҡаршылауға оҫта яңауылдарҙың хуш күңелле­леген, сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Ҡыҫ­ҡаһы, талантлы йырсы исемен йөрөткән бәйге барыһында ла ыңғай хистәр генә уята: йырсыларҙы яңы ижади уңыштарға әйҙәй, тама­шасыларға көндәлек эштәр өсөн дәрт-дарман өҫтәй.


Ансар НУРЕТДИНОВ, «Башҡортостан»дың үҙ хәбәрсеһе.


Яңауыл районы.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.