Jump to content

Газета –барометр.

From Wikisource
Газета –барометр (Шиғыр)
автор Сабир Кинйәкәй, яуғир-шағир.
Ижад итеү ваҡыты: 1940 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” 5 май № 40.





Газета –барометр


Бер аҙна ауырыным.
          Инде шәбәйҙем.
Йөрәк тигеҙ тибә,
          Ҡан да нормаль-
Температура төштө.
Тик күҙһеҙ, ҡолаҡһыҙ мин хәҙер.
           Ауырыу шулай итте.
Бер аҙна газета уҡыманым,
Һаңғырау, һуҡыр мин
           Дөм һуҡыр.
Белгәнем –исемем дә, фамилиям;
Күҙ- танау араһы- кругозор.
Әгәр мөғжизә үлеккә әйтһә:
“Тереләһең,иртәгә,
          күрерһең донъяны”.
Үлек төндө этеп ебәрер ине.
Сығарыр ине тартып таңды!
Шулай көттөм почтальонды,
Ҡаршы сыҡтым килгәнендә.
Ҡурыҡтым “ яңы газета!” тиһәләр,
Шатлыҡтан йөрәгем килер, тип, селпәрәмә.
Газета килде. Юҡ.
                 Алдайым,
Был ниндәй газета булһын!
Газета –ҡағыҙ,
          Ә был- донъя
Мин гиҙәм унда,
Ҡарайым Марстан бушлығым!
Советтар двореце янынан үтәм,
Кули менән һөйләшәм,
             Янцзы ярында
Тиҙәк аҫтындағы ҡуңғыҙ-
Англияны күрәм
            Төртөнә,
Балкан буйында!
Тауышын тыңлайым партиямдың,
Һулайым халҡым менән,
Хәс ҡунаҡ, колхозсылар өйөнә инәм.
Йөрөйөм кремль эсенән.
Бер аҙна газета уҡыманым.
Һаңғырау, һуҡыр мин, дөм һуҡыр.
Күҙем, ҡолағым, тауышым-
Газета, газета барометр!


1940 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.