Jump to content

Вәт, маладис гөл, тибеҙ(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource


Вәт, маладис гөл, тибеҙ (Шиғыр )
автор Кәтибә Кинйәбулатова
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 2003 йыл. Сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы №3, 2003 йыл


Вәт, маладис гөл, тибеҙ



 Тәҙрәм төбөндә гөлөм
 Ал сәскә атты бөгөн.
 Әсәйемә бүләккә,
 Атайыма бүләккә.
 Тыуған көндәре етте,
 Беҙ был көндәрҙе көттөк.
 Гөлдөң гөлө лә белә —

 Ҡояштай балҡып көлә.
 Ҡурсағым да булышты,
 Гөлөмә һыу ҡойошто.
 Матур үҫтең һин, тибеҙ.
 Вәт маладис гөл, тибеҙ.


2003 йыл