Jump to content

Вил һәм ҡуңыҙ(шиғыр). Бөрйән Байым

From Wikisource
Вил һәм ҡуңыҙ (Шиғыр)
автор Бөрйән Байым
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Вил һәм ҡуңыҙ


Вил ҡара ҡуңыҙ тапҡан,
Шырпы ҡабына япҡан.
Ҡумтала уға тығыҙ,
Эй илай бахыр ҡуңыҙ.
— Ҡайтайым,-ти,— асығыҙ,
Балаларым асыға.
Өҙөләм шуны уйлап,
Тотмағыҙ мине уйнап!
Ҡуңыҙ ялбара шулай,
Сығамын тиеп тулай.
Ә Вил бер ни уйламай,
Ҡуңыҙ телен аңламай.
 


1996 йыл