Jump to content

Ваҡытым юҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource


* * *


Ваҡытым юҡ, бер ҙә ваҡытым юҡ!
Үтеп кенә бара шулай ғүмер,
Бөгөн инде ял итермен тиһәм -
Мең мәшәҡәт китә йәнә күмеп.
Йәшлек үткән ҡомда ҡыҙынмайса,
Олоғайғас күрҙем диңгеҙен дә,
Тик шунда ла ярҙа яталманым,
Яҙҙым-яҙҙым - түкмәй бер һүҙен дә.
...Миңә етте диңгеҙ, бер күрҙем дә...)
Ҡыҙынһындар кемгә был ҡыҙыҡтыр,
Тик ятырға минең тәҡәтем юҡ.
Ҡартаяһың, тиҙәр.
Ҡартаямдыр...
Һыр һанарға минең ваҡытым юҡ.
Ваҡытым юҡ.


2015



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.