Jump to content

Ватан һаҡсыһы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Ватан һаҡсыһы
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2005. Нәшер ителгән: 16.06.10. Сығанаҡ: Машина ниңә "дүрт-дүрт", ти? - Өфө,Китап, 2010 • Хикәйә



Хикәйә

Ғәйсәр уҙыш машиналарын дөбөр-шатыр ярыштырып уйнай ине. Ҡапыл телевизорҙан “Ватан” тапшырыуының һүрәттәрен күреп ҡалды ла ҡысҡырып ебәрҙе:

— Атай, атай, һинең тапшырыуың башлана!

Йүнәтеп ултырған саң һурҙырғысын күтәреп, атаһы ҙур бүлмәгә килеп инде. Малай белә: хәҙер ул, эшен дауам итә-итә, күҙ ҡырыйы менән генә экранда барғандарҙы күҙәтәсәк. Ә ҡайһы бер хәбәрҙәрҙе иғтибар менән тыңлай, башын сайҡап, телен шартлатып ҡуя. Был ваҡытта атаһына ҡамасауларға ярамағанлыҡты Ғәйсәр яҡшы аңлай. Тик уйнағыһы ла, һөйләшкеһе лә килә шул. Машиналарын бик шаулатмай ғына хәрәкәт иттерә бирҙе лә атаһына килеп һыйынды:

— Атай, бына мин яратып ҡараған тапшырыу “Сәңгелдәк” тип атала. Ә һинеке — “Ватан”. Ә нимәне аңлата ул?

— Саҡ ҡына сабыр ит, ҡарап бөткәс, яуап бирермен, — тине атаһы.

Малай артыҡ ныҡышманы, кисә килгән “Аҡбуҙат” журналын ҡарай торҙо. Ниһайәт, тапшырыу тамамланды.

— Һай, улым үҫә, аҡыллана. Ана, ниндәй һорауҙар бирә башланы, — тип, Ғәйсәрҙе баш осона күтәреп, һикертеп алды атаһы. — Йә, ултыр.

Диванға ултырып тороп һөйләшә башланылар. Нәҡ өлкәндәр кеүек.

— “Ватан” һүҙен икенсе төрлө “тыуған ил” тип әйтергә мөмкин, — тине атаһы. Унан, шаян ғына ҡарап, һорап ҡуйҙы:

— Ә һин ҡайҙа тыуғанһың әле?

— Өфөлә, Һәҙиә Дәүләтшина урамының 71-се йортонда! — тип шартлатып яуап ҡайтарҙы улы. Адресты белергә уны күптән өйрәттеләр.

— Дөрөҫ, аҡыллым. Өфө — һинең тыуған ҡалаң, тыуған ерең. Ул — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ә Башҡортостан — беҙҙең тыуған илебеҙ, Ватаныбыҙ. Уны “кесе Ватан” тип тә әйтәләр.

— Ҙур Ватан да бармы ни?

— Эйе. Ул — Рәсәй. Ватаныбыҙ сикһеҙ ҙур, матур. Үҫкәс, уны һаҡларға армия хеҙмәтенә барырһың, һалдат булырһың, Алла бирһә, — тип һөйҙө улын атаһы. — Мин дә, олатайың да Рәсәй ғәскәрендә хеҙмәт иттек. Беҙҙең шинель кейеп төшкән фотоларҙы күргәнең бар бит. Ир кеше Ватанын һаҡларға тейеш.

Ғәйсәрҙең тиҙерәк үҫкеһе, Ватан һаҡсыһы булғыһы килеп китте. Атаһы менән олатаһы кеүек шинель кейеп, ҡулына автомат тотоп, фотоға ла төшәсәк.



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.