Jump to content

Бәхет билмәне. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource


* * *



Он иләнем, ҡамыр баҫтым,
Ә һин ит әйләндерҙең,
Балалар сәпәкәй итә -
Күңел байрамы беҙҙең.
Күмәкләп билмән бөгәбеҙ,
Иҫкә төшә бала саҡ,
Ҡыҙыбыҙ ҙа, улыбыҙ ҙа
Шулай иҫкә аласаҡ:

Бергәләп ҡамыр йәйгәнде,
Ҡыҙыҡтар һөйләп көлгәнде,
Йәймәгә күмер төргәнде,
Тәмле лә тәмле тигәнде.

Түңәрәктәр йәйә-йәйә
Һөйләйем ауыл ҡышын,
Ә һин -үҙ бала сағыңды,
Атаң-әсәң яҙмышын.
Ауыр хәлдә ҡалғанды ла
Һөйләйһең көлкө итеп,
Түп-түңәрәк - үткәндәрең,
Булмаған кеүек китек.
Балалар йөҙөндә - шатлыҡ,
Һинең яныңда тыныс,
Таянырға атай булғас
Сигенә бар ҡурҡыныс.
Өйөбөҙҙә ябай ғына
Күңел байрамы бөгөн...
Билмәндәргә,бәхет юрап,
Изге теләктәр төрҙөм.


2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.