Бурыстар күберәк һәм ҡатмарлыраҡ
Миграция хеҙмәте менән беҙ башлыса паспорт алыу йә алмаштырыу, йәшәү урынында теркәлеү аша танышбыҙ. Уның эшмәкәрлегенең башҡа йүнәлештәренә, бигерәк тә туранан-тура үҙебеҙгә ҡағылмаған осраҡта, артыҡ иғтибар ҙа итмәйбеҙ.
Ниндәй бурыстар йөкмәтелгән был өлкә хеҙмәткәрҙәренә? Ниҙән ғибәрәт уларҙың көндәлек мәшәҡәттәре? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан буйынса Федераль миграция хеҙмәте идаралығының Нефтекама бүлексәһе етәксеһе Фәнил Әҡсәнов яуап бирә.
— Әлеге хеҙмәттең совет осорондағы паспорт өҫтәлдәренән айырмаһы нимәлә, Фәнил Әүхәҙи улы?
— Федераль миграция хеҙмәте ил Президенты Указы менән 1992 йылдың 14 июнендә ойошторолғайны. Уның төп бурыстары тип быға тиклем Советтар Союзына ингән сит республикаларҙан Рәсәйгә ҡайтыусыларҙың һәм дәүләтебеҙ өсөн яңы күренеш булған хеҙмәт мигранттарының күп яҡлы проблемаларын хәл итеү билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта СССР гражданы паспорттарын Рәсәйҙекенә алмаштырыу һәм илдең паспорт системаһын үҙгәртеп ҡороу ҙа көнүҙәк мәсьәлә ине. Был бурыстарҙы миграция хеҙмәте менән берлектә Эске эштәр министрлығына ҡараған паспорт-виза хеҙмәте үтәй башланы. Һуңыраҡ үткәрелгән үҙгәртеп ҡороуҙар был ике хеҙмәтте лә урап үтмәне. Федераль миграция хеҙмәтенең бөгөнгө торошо Рәсәй Президентының 2004 йылдың 9 мартындағы Указы менән билдәләнә. Уға ярашлы, 2006 йылдың 1 ғинуарынан милициялағы миграция эштәре һәм паспорт-виза хеҙмәттәре берләштерелеп, Федераль миграция хеҙмәтенең территориаль органдары ойошторолдо. Халыҡҡа дәүләт хеҙмәте күрһәтеү буйынса бурыстар бөгөн күберәк һәм ҡатмарлыраҡ.
— Ниҙән ғибәрәт һуң улар?
— Иң мөһиме — Рәсәй гражданлығы мәсьәләләре. Артабан паспорт биреү, кешеләрҙе даими һәм ваҡытлыса йәшәү урындарында теркәү һәм иҫәптән төшөрөү, быға ҡағылышлы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙе тәьмин итеү буйынса эштәр тора. Сит илдәрҙән килеүселәргә Рәсәйгә инеү, бында йәшәү һәм ваҡытлыса булыу өсөн документ әҙерләү, уларҙың билдәләнгән тәртипте боҙмауын күҙәтеү ҙә төп бурыстар иҫәбендә. Ҡасаҡтар һәм мәжбүри күсеп килеүселәр менән дә беҙ шөғөлләнәбеҙ.
— Ә көндәлек эштәргә килгәндә...
— Йыл башынан 725 сит ил гражданын теркәнек, уларҙың күптәре — Үзбәкстан, Әрмәнстан һәм Тажикстандан. Ҡанундарға ярашлы алты сит ил кешеһенә Рәсәйгә инергә рөхсәт бирелмәне. Ситтән килгәндәрҙең тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүен даими контролдә тотабыҙ. Был йүнәлештә башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, ай һайын оператив-киҫәтеү саралары ойошторабыҙ. Һөҙөмтәлә 570 административ хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланды, шул иҫәптән 42-һе – сит ил граждандарының Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәү тәртибен боҙоуына, 32-һе – хеҙмәт эшмәкәрлеге менән рөхсәтһеҙ шөғөлләнеүгә, 11-е – сит ил кешеләрен үҙҙәренә саҡырыусыларҙың тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәүенә, ҡалғандары миграция өлкәһендәге башҡа төр хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле. Был турала протоколдар төҙөлөп, ғәйеплеләргә дөйөм алғанда бер миллион һумдан күберәк штраф һалынды, 10 сит ил кешеһе, суд ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙән ҡыуып сығарылды.
Сит ил граждандарының ҡайһы берҙәре Рәсәйҙең Енәйәт кодексын боҙа: уларҙың ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ 322.1-се статья менән ҡаралған. Мәҫәлән, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең етәксеһе булған Төркиә гражданына ошо статьяның 1-се бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Уның ҡулы аҫтында өс ватандашы һәм Үзбәкстандан бер кеше рөхсәтһеҙ эшләгән, өҫтәүенә, уларҙың бер ниндәй документы ла юҡ. Ҡаланың бер предприятиеһында төҙөү-йүнәтеү менән ҡанунға ярашһыҙ шөғөлләнеүҙә фашланған Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан граждандары араһынан дүртеһенең Рәсәйҙә булыу ваҡыты 2012 йылда уҡ тамамланған. Был факт буйынса тикшереү дауам итә.
Әйтелгәндәрҙән тыш, ҡалала йәшәүселәргә өс меңдән ашыу Рәсәй гражданы паспорты, Ағиҙел, Нефтекама һәм Яңауыл ҡалалары, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондары халҡына сит илгә сығыу өсөн биш меңгә яҡын паспорт әҙерләп бирелде.
— Быларҙы аныҡ хеҙмәткәрҙәр башҡара бит...
— Вазифа буйынса бурыстарын барыһы ла намыҫ менән үтәй. Бүлеккә бирелгән маҡтау ҡағыҙҙарының күплеге — бының асыҡ күрһәткесе. Шулай ҙа Рушания Сафина, Зөлфирә Ваһапова, Земфира Камалетдинова һәм Вячеслав Фоминды айырым билдәләр инем. Улар быйыл ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләүсе Нефтекамаға йәштәш булған бүлегебеҙҙең матур йолаларын дауам итеүҙә үрнәк күрһәтә. Төрлө йылдарҙа паспорт өҫтәлендә һәм паспорт-виза хеҙмәтендә эшләп киткән ветерандарыбыҙҙан беренсе паспортист Г. Малахованы, паспорт өҫтәленең тәүге етәксеһе Ҡ. Йәнгировты, 1972—1984 йылдарҙа был вазифаны биләгән Ф. Йосопованы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. 1984—2000 йылдарҙа етәксе булған Й. Хафиҙетдинова, унан һуң эшләгән И. Йосопов, М. Нурғәлиев һәм Э. Заһретдиновтар менән даими аралашып торабыҙ. Гәзит аша уларҙы һәм хеҙмәттәштәремде байрам менән ысын күңелдән тәбрик итәм.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым, эшегеҙҙең бар йүнәлештәрендә лә уңыштар теләйем.
Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| |||
|