Jump to content

Боҙ ҡуҙғалғанда(хикәйә). Сәғит Агиш

From Wikisource
Боҙ ҡуҙғалғанда (хикәйә)
автор Сәғит Агиш
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Боҙ ҡуҙғалғанда


 Яҙ килеү менән Ағиҙелгә ваҡ йылғалар ағып төшә, боҙҙар күтәрелә, һыу ярҙарынан ташып сыға. Шаулап, киңәйеп аға башлай. Бына боҙҙар ҙа ҡуҙғала. Ниндәй шатлыҡлы көндәр! Бөтә халыҡ боҙ китеүен ҡарарға яр буйына килә. Олораҡ малайҙар боҙҙоң өҫтөнә һалам өйәләр ҙә ут төртөп ебәрәләр. Боҙ өҫтөндә ут яныуы көндөҙөн дә ҡыҙыҡ була. Кистәрен, ҡараңғы төшкәс, һөйләрлек тә түгел. Ут, бөтә ярҙы яҡтыртып, бик алыҫҡа тиклем күренеп тора. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә боҙ менән күңелле хушлашалар.
 


1988 йыл