Айһылыу күҙҙәремдең алдында, сәскәләрҙән уҡмашҡан бер ус сәскә кеүек күренеп, күҙ ҡарауы менән мине үҙенә бағлай, ҡулымдан көстө ала ине. Болғар ҡыҙҙарында ғына була торған: аҡ, түңәрәк йөҙө өҫтөндәге ал ҡатыш ҡыҙыл бите, ҡараһы — ҡара, ағы — аҡ булған ҙур күҙе, оҙон ҡара сәсе, тал сыбыҡтай һығылып торған буйы, көлә биреп, керпек ҡағып әйткән һүҙе нисек тә үҙен яраттыра ине.
Уны күптән бирле һөйһәм дә, үҙемдең һөйгәнемде уға белдермәй инем. Уның — мине күреү менән, күҙ ҡарауының башҡаланыуы, һүҙҙәрен ҡалтыраңҡырап әйтеүе мине яратыуын һиҙҙерә ине.
Бер көн ағастар араһында инек. Уның матурлығы янында үҙемде юҡ кеүек күрһәм дә, ҡулымда көс ҡалмай, үҙем-де-үҙем белмәй, елгә бөгөлгән ағас кеүек, Айһылыуға табан бөгөлөп, ҡурҡыңҡырап:
— Мин һине һөйәм бит!— тинем.
Яратҡанын белдерә торған төрҙә, күҙемә баҡты ла, тынын йыйып: «Мин дә!»— тине.
Шул миҙгелдә күҙендә ҡояшҡа ҡаршы ялтырап ике бөртөк йәш күренде. Ағас күләгәһендә ултырҙыҡ. Сәскәнән-сәскәгә ҡунып йөрөгән себендәр Айһылыуға ҡунырға итәләр ҙә, уның һелкенгәнен күргәс, сәскә түгел икәнен белеп кире китәләр ине. Мин дә, уның күккә осоуынан ҡурҡып, ҡулымды тейҙермәй инем. Күҙ ҡарашыуыбыҙҙан йәнебеҙ берләшкән кеүек була, тел менән түгел, күңел менән, күҙҙәребеҙ арҡыры һөйөшөү, яратышыуыбыҙҙы аңлаша инек. Матур йөҙөнә, үҙенә белдермәй генә, ҡарай инем. Икенсе бер ҙә ҡауыша алмауыбыҙҙы белгән өсөн, күҙҙәребеҙ йәш менән ҡапланған ине. Ул, күҙемә туп-тура ҡарап, көрһөнөп һулап алды ла, алдыма ҡулын һалды. Был йомшаҡ ҡулды иренемә килтереп, үбәм тигәндә бер кешенең тауышына һиҫкәнеп киттек. Айһылыу, болот аҫтына кергән ай кеүек, ағас араһына кереп юғалды.
Бер аҙҙан һуң, бер көн Айһылыу түшәктә ине. Терек булып тороуы аҙ ғына ҡалғанын һиҙә, терек саҡта күргән ауырлыҡтарҙан үҙен ҡотҡара торған үлемде көтә ине. Тирә-яғындағы нәмәләрҙән йәмһеҙлек таба ла, тиҙерәк уларҙан ҡотолаһы килә ине. Башын саҡ әйләндерел, күҙен тултырып, янында ултырған әсәһенә ҡараны ла: «Уф!»— тине, күҙендә йәштәр бөттө. Башы яҫтыҡ өҫтөнә төштө. Тәҙрәһе арҡыры төшкән һәм ҡайғылы төҫтә торған ҡояш яҡтыһына йәне ҡушылып күккә осто. Төҫһөҙ, һарғайған ирендәре, был тормошто мыҫҡыл иткән төҫлө, асылып ҡалды.
Аҡ йөҙлө, ҡара күҙле, зифа буйлы, оҙон сәсле болғар ҡыҙы Айһылыу ҡайҙа? — Шул көндән бирле ҡара ер аҫтында...