Билдәһеҙ
«Я убит подо Ржевом» (шиғырҙан)
Мин Чечняла, әсәй, һәләк булдым,
Ҡар өҫтөндә яттым ҡанһырап,
«Әсәй» тигән ауазымды баҫып
Туп тауышы торҙо яңғырап.
Ишетмәне янда командирҙар,
Иҫләмәне һис кем улыңды.
Һин ишетеп, меңәр саҡрымдарҙан
«Улым» тиеп һондоң ҡулыңды.
Йәнең ҡубып, осто минең яҡҡа,
Ҡар өҫтөнән, күрҙем,йүгерҙең,
Ҡулдарыңа алып һаҡ-һаҡ ҡына,
Бышылданың:»Улым, өлгөрҙөм!»
Шундай рәхәт, әсәй, ҡулдарыңда,
Йөҙҙәреңдән нурҙар туҡыла,
Бишек йырың һинең тыңлай-тыңлай
Мәңгелеккә талдым йоҡоға.
Йәнем - осто.
Кавказ аҫта ҡалды:
Харабалар, янған ауылдар...
Әҙәм һөйәгенән тауҙар ҡалҡҡан
Бейегерәк Кавказ тауынан.
Күрҙем кинәт кемгә кәрәклеген
Ғүмерҙәрен ҡыйыу меңдәрҙең.
Ҡыҙыл ҡандар ҡыҙыл алтын булып
Кеҫәһенә аға кемдәрҙең.
Мин Чечняла, әсәй, ятып ҡалдым
Исемле лә көйө - билдәһеҙ.
Ниндәй илде яҡлап башты һалдыҡ,
Йәшәнек һуң ниндәй илдә беҙ,
Һәләк булдыҡ ниңә?
Билдәһеҙ...
|
|
Тәүге чечен һуғышында һәләк булған, билдәһеҙ тип танылған һалдаттарҙы,ниһайәт, 2000 йылда ер ҡуйынына һалдылар.Шиғыр шул айҡанлы яҙылғайны