Jump to content

Беҙ теребеҙ әле! Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Беҙ теребеҙ әле! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 19.07.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Беҙ теребеҙ әле, беҙ йәшәйбеҙ,
Тимәк, әле мөмкин төҙәтеп
Белеп-белмәй ҡылған хаталарҙы,
Яҙмыштарҙы мөмкин үҙгәртеп.

Беҙ теребеҙ әле, һуң түгел бит
Кемдәргәлер рәхмәт әйтергә,
Кемдәрҙелер кисерергә мөмкин,
Яҡшылығын алып хәтергә.

Беҙ теребеҙ әле. Ер өҫтөнән
Ябылмаған йөрөр юлыбыҙ,
Осрашырға, күрешергә кәрәк –
Юҡһа һуңға ҡалып ҡуйырбыҙ…

Беҙ теребеҙ әле! Үкенесһеҙ
Йәшәп үтер өсөн ғүмерҙе,
Берҙәм, татыу, ихлас булайыҡсы!
Йәшәйексе биҙәп ил, ерҙе!

Һәммәбеҙҙә юҡ-бар өсөн дә бит
Келт итергә торған бер күңел…
Кисерәйек дәррәү хаталарҙы –
Беҙ теребеҙ әле, һуң түгел!