Jump to content

Беҙҙең әтәс(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource
Беҙҙең әтәс (Шиғыр)
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Беҙҙең әтәс


 Беҙҙең әтәс бик уңған,
 Тотмай өҫтөндә туҙан,
 Үҙе бик ғәйрәтле:
 Ҡурҡмай ҡарға, ҡоҙғондан.
 Төйлөгәндәр күренһә,
 Батырланып ҡысҡыра,
 Себештәрен һаҡларға
 Һәр ваҡыт әҙер тора.


1996 йыл