Jump to content

Беренсе сентябрь(шиғыр). Фәүзиә Рәхимғолова

From Wikisource
Беренсе сентябрь (Шиғыр)
автор Фәүзиә Рәхимғолова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-ӨФө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Беренсе сентябрь


 Һары япраҡтарын елпеп,
 Сентябрь килде беҙгә.
 Эй йылмаялар балалар,
 Шатланып алтын көҙгә.
 Яңы портфель тотоп ҡулға,
 Яңы формалар кейеп,
 Дәртле баҫып, урамдарҙан
 Үтә улар, гөр килеп.
 Килә балалар көс йыйып
 Яңы хеҙмәткә, эшкә.
 Бар теләктәре уларҙың
 Уҡырға дүрткә, бишкә.

 


1988 йыл