Jump to content

Беренсе май(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

From Wikisource
Беренсе май (шиғыр )
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Беренсе май


 Хуш киләһең, яҙ күрке —
 Гөл-сәскәле матур ай.
 Бергәләшеп, гөрләшеп,
 Ҡаршылайбыҙ һине, Май.
 Күгәрсендәр осалар,
 Бөтә ерҙә тантана.
 Шундай күңелле беҙгә.
 Һәр беребеҙ шатлана.

 


1988 йыл