Jump to content

Белем көнө(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource


Белем көнө ( шиғыр )
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл йыл. Сығанаҡ: "Башҡорт теле".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",2006 йыл


Белем көнө


 Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
 Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
 Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
 Күреп тора шундай йәмлене?!
 Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
 Урамдарға сәскә һибелгән.
 Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
 Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.
 Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
 Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
 Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
 Ватанымдың ул һәм ҡыҙҙарын.

 


2006 йыл