Jump to content

Баш һәм ҡойроҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Аждаһа

Аждаһа


“Аждаһаның мөсө (ҡеүәте) – ҡойроҡта”
(Әкиәттән)
Башын ҡырҡҡас, аждаһаның
Ҡалҡып сыҡты 5 башы,
5 башта бит 5 хикмәт бар,
Хикмәттәр китте ташып.
Кем булыр, тип, баштарға баш
Башта былар талашты
Һәр береһе - үҙе түрә,
Бары үҙен түрә күрә,
Танымайҙар бер башты.
Береһе әйтә - мин башыраҡ,
Сөнки мин, ти, аҡһөйәк,
Һеҙ бит бында килмешәк, ти,
Был бит, ти, минең төйәк!
Икенсеһе төкөрөнә:
- Һеҙ наҙан, ти, һеҙ динһеҙ,
Һеҙ наҙандар эргәһендә
Мин яңғыҙым, ти, тиңһеҙ.
Өсөнсөһө башҡаларҙы
Ҡаты тәнҡиткә тота –
Аҡса эшләй белмәйһегеҙ,
Һеҙҙе иҫәр ҙә ота!
Дүртенсеһе хәбәр һөйләп
Ваҡыт үткәрмәй бушҡа,
Барыһын буйһондормаҡтан
Тештәрен эшкә ҡушҡан.
Бишенсеһе еңер өсөн
Ялағайланып ҡарай
Тик ялағай баш буламы –
Тик ялсылыҡҡа ярай,
Барыһы йоҙроҡ янай
Шап-шоп һуғышып ятҡанда
Бер һыбай килеп сыҡты,
Өҙә сапты ла ҡойроҡто
Баштарҙы онтай һуҡты.
Бар ҡеүәте аждаһаның
Булған икән ҡойроҡта
Биш башың да бер ни түгел
Дуҫлыҡ-берҙәмлек юҡта
Ҡойроҡ ята бер яҡ ситтә
- Эх баштар, алйот баштар!
Үҙегеҙҙе һаҡлар өсөн
Ҡойроҡ һаҡлағыҙ башта!
Һеҙ бит минән киткәнһегеҙ –
Затығыҙ бер – мин бит ул!
Минән башҡа - һеҙ һуң кем дә
Ҡайҙа ул һеҙҙә титул?!
Бына шундай бер әкиәт,
Аждаһа йылы тыуған.
Аждаһа көсө - ҡойроҡта,
Шуны онотма, туған.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.