Jump to content

Башҡорт ҡыҙы

From Wikisource
Башҡорт ҡыҙы (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1936 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” №15 1939 йыл.


Башҡорт ҡыҙы


Белмәйем.
Нисек уйлаһам да,
Әйтә алмам кеүек һүҙемде.
Бирә алмам кеүек шиғырымда,
Башҡорт ҡыҙы һинең бөгөндө.
Матурһың һин.
Көнөбөҙҙәй яҡты һинең йөҙ.
Ҡарағаттай ҡара күҙҙәрең.
Ваҡ таштарға тейеп өнләнгән,
Шишмәләргә тартым көләһең.
Әле кейәһең күк күлдәгең,
Әле ағын, әле ҡараһын.
Аҙым һайын гүзәлерәк итеп,
Биҙәкләнгән юлдан бараһың.
Мөхәбәте менән бүләкләп,
Әсәйең ме шулай тыуҙырҙы?
Әллә һылыулығын бирҙеме,
Ил күркәме кремель йондоҙо?
Бәхетле, һин,
Кер тейелмәҫ законлыһың,
Ғүмерлеккә ерең үҙеңә.
Әҙәбиәтең, музыкаң бар,
Йыр йырлайһың үҙең телеңдә.
Кино-театр ишеге асыҡ,
Ысын хужа булып инәһең.
Эйеләһең дә, татлы итеп,
Ҡайнар һөйөү менән һөйәһең.
Мөхәбәте менән бүләкләп,
Әсәйеңме шулай тыуҙырҙы?
Әллә һиңә ишек астымы,
Сталинсыл кремель йондоҙо.
Хоҡуҡлы һин.
Һайланыусыһың парламентта,
Заводтарҙа ҡорос ҡояһың;
Нефтсеһең, ҡыҙый, промыслала,
Ҡатламдарҙан нефть һығаһың.
Күктә пилот, юлда машинист,
Игенсеһең иркен туҡ ҡырҙа,
Параходтарҙа капитанһың,
Врач, хирургһың больниста.
Мөхәбәте менән бүләкләп,
Әсәйеңме шулай тыуҙырҙы?
Әллә, бәғерем, һине ҡәҙерләп,
Үҫтерҙеме кремель йондоҙо.


1936 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.