Jump to content

Башҡорт исеме. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

* * *


(Яҡташ ауыҙынан)
Исемеңде ни тип йөрөтәйек,
Бигерәк ауыр инде әйтергә,
Ҡолаҡҡа ла ятып бөтмәй кеүек,
Ни ҡалдырып булмай хәтерҙә... -
Әрәсәйҙең көнбайышы шулай
Ятһыратҡан була исемде,
Бер миҙгелгә хатта юя яҙа
Ҙур Ватаным тигән хисемде.
Тере башҡорт бында һирәктер шул,
Шәһиттәре генә ошонда -
Беҙҙең исем мулдан уйылған да
Яугирҙарҙың ҡәбер ташында.
Ауырһынмай әйтеп өйрәнегеҙ,
Ауырыраҡ түгел был яуҙан,
Тыуған илем тиеп башын һалған,
Бүләк иткән башҡорт ҡан һәм дан.
Исемемдә халҡым тарихы бар
Артыҡ түгел унда бер өн дә !
…Башҡорт исемен, ниңә тиһең икән,
Һис ятһынмай, еңел ҡабатлайҙар
Себерҙәрҙә, һөргөн ерендә …


2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.