Jump to content

Башҡорт Викикитапханаһын төҙөүҙә шәхси тәжрибә. Абдуллина Ф.Д.

From Wikisource
Башҡорт Викикитапханаһын төҙөүҙә шәхси тәжрибә (мәҡәлә)
автор Author:Фирүзә Абдуллина
Сығанаҡ: «Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт» халыҡ-ара конференцияһы материалдары (Өфө, 24-25 апрель,2015 йыл)


Башҡорт Викикитапханаһын төҙөүҙә шәхси тәжрибә



Абдуллина Ф.Д.
шағирә, уҡытыусы,
Ҡырмыҫҡалы районы, Иҫке Бәпес урта мәктәбе.
 
Интернет менән минең дуҫлығыма 6 йыл самаһы инде. Ләкин үҙемдең ижади төркөмөм барлыҡҡа килеүенә яңыраҡ ҡына ике йыл булды: 2013 йылдың 30 ғинуарында “Ғәжәп донъя” тип аталған асыҡ төркөм интернет селтәрендәге “Бәйләнештә” сайтында теркәлде. Тәүҙә бик аҙ кеше минең ижадым менән ҡыҙыҡһынды. Әлбиттә, бында минең интернеттың мөмкинселектәрен файҙалана белмәүем ғәйепле. Ошо уҡ йылдың 16 ноябренән мин шиғырҙарҙы төркөм исеменән ҡуйып өйрәндем, һөҙөмтәлә уҡыусылар өсөн йүнәлтмә яһап, шиғырҙарымды үҙҙәренең сәхифәләренә алып ҡуйыу мөмкинселектәре асылды. Ә инде 2014 йылдың ғинуар айынан төрлө башҡорт төркөмдәре шиғырҙарымды үҙҙәренә алып ҡуйып, киң уҡыусыға тараттылар. Яйлап минең төркөмөмдең ағзалары күбәйҙе, ижадым менән ҡыҙыҡһыныусылар артты. Әлеге көндә 5 меңгә яҡын кеше төркөмгә яҙылған. Интернеттағы популярлыҡты күреп, гәзит-журнал биттәренә шиғырҙарымды һорап алып баҫып сығара башланылар.

Википедия менән танышыуым да йыл самаһы элек кенә булды. Гүзәл апай Ситдиҡованың нисек итеп Википедияға һәм башҡа вики проекттарға үҙ өлөшөн индереүе, башҡаларҙы ла эйәрергә саҡырыуы тураһында яңылыҡтарҙан уҡып белдем, ҡыҙыҡһынып инеп ҡарап сыҡтым. Рөстәм Нурыев исемле ирекмән барса халыҡты битараф булмаҫҡа, башҡорт Википедияһын тулыландырыуға үҙ өлөштәрен индереүгә саҡырыуын уҡып, уйланып ултырҙым: ”Мин нимә менән ярҙам итә алам? Ҡулымдан нимә килә?” – тигән һорауҙар борсоно. Көтмәгәндә Рөстәм Нурыев үҙе минең ижадыма иғтибар итеп, 2014 йылдың 21 ноябрь көнө шәхси хат яҙып, Викикитапханаға әҫәрҙәремде тупларға тәҡдим яһаны. Әлбиттә, теләк бар, ләкин бик ҡурҡыныс ине ризалашыуы, сөнки компьютер һәм интернет менән дуҫлыҡ самалы. Ҡурҡыуымды еңеп, бер-бер артлы теркәлеү, пароль ҡуйыу, шәхси биткә мәғлүмәт ҡуйыу, шаблонға шиғыр урынлаштырып өйрәнеү кеүек беренсе ҡарауға бик ҡатмарлы эштәргә тотондом. Һәр аҙымды, һәр хәрәкәтте Рөстәм Нурыев бик сабыр ғына итеп яйлап ҡат-ҡат аңлатып, ҡулымдан тотоп эшләткәндәй өйрәтте. Викимедиа проекттарынан ҡурҡырға кәрәкмәй икән. Һәр индерелгән үҙгәреш һаҡланып бара һәм ниндәйҙер өлөшө яңылыш боҙолһа, дөрөҫ өлгөгә кире ҡайтарыуы ябай ғына. Беренсе шиғырым (“Йөк аты”) Викикитапханаға ҡуйылғас, шатлығымдың иге-сиге булманы, бик ҙур һәм мөһим эш эшләгән кешеләй тойҙом үҙемде. Дәртләнеп бер-нисә көн эсендә байтаҡ шиғырҙар ҡуйҙым. Шулай итеп Викикитапханала үҙ кәштәләремде тултыра башланым. Ләкин икһеҙ-сикһеҙ интернетта ла үҙенә күрә тәртип һағында тороусылар бар икән: миңә кем икәнлегемде һорап инглиз телендә хаттар килә башланы. Ниндәй ташҡа баҫылған китаптарым бар? Ниндәй сәбәп менән мин интернет селтәрендә ул тиклем әүҙемлек күрһәтәм? Сит ил кешеләре менән аралашып өйрәнмәгәнгә күрә, яуап бирмәҫкә булдым. Рөстәм Нурыев үҙе яуап биреп, минең турала аңлатҡас, баҫылғандай булдылар, ләкин тиҙ арала электрон китап булһа ла эшләргә кәрәк булып сыҡты. Мин, әлбиттә, уны нисек эшләргә икәнен белмәйем, ләкин шиғырҙар туплап биргәс, электрон китапты Нурыев әфәнде әҙерләп тә ҡуйҙы. Тиҙҙән китапты ҡағыҙ вариантта баҫтырыу ҡулайыраҡ буласаҡ тип раҫлап, нәшер итеүсе табып, килешеүгә ҡул ҡуйғас, был ысынбарлыҡ икәненә ышандым. Ысынлап та, тиҙ арала китап донъя күрҙе, хатта бик матур итеп исем туйы ла үткәреп ҡуйҙыҡ. Был минең тәүге китабым, һәм уның баҫылып сығыуында башҡорт Википедияһы, уның ирекмәне Рөстәм Нурыев – төп сәбәпселәр, сөнки китап баҫтырыу тигән уй башҡа ла килгән нәмә түгел ине. Шул уҡ интернет селтәре ярҙамында яңы китап республиканың төрлө райондарына тиҙ генә таралып бөттө, үҙ уҡыусыларын тапты. Нисек тиһегеҙме? Китап баҫтырыу тураһында һүҙ сыҡҡас уҡ минең ижади төркөмөмдә был турала иғлан булды, һәм иң әүҙем уҡыусыларым сығасаҡ китапты үҙҙәре йәшәгән райондарҙа таратыуҙы ойоштороуҙы үҙ өҫтәренә алырға теләктәрен белдерҙеләр. Тиҙ арала китапты һатып алырға теләүселәр исемлектәре булдырылды, китап сығыу менән (исем туйынан уҡ) райондарға таратып алып та киттеләр. Шуға күрә китапты һатыу менән проблема булманы.
 
Интернетта үҙ уҡыусыларымды табып, ижадыма ыңғай баһа алыу минең өсөн бик мөһим булды. Әгәр интернет селтәре булмаһа, мин, бәлки, былай әүҙем яҙышмаҫ та инем. Шиғырҙарым кешеләргә оҡшай икән – тимәк, яҙырға ла яҙырға! Интернетҡа ҡуйылған ижад емештәрен урлайҙар тигән фекер мине тәүҙә бер аҙ шикләндерҙе. Ысынлап та, шиғырҙарымды үҙ сәхифәләренә күсереп алып ҡуйған, ләкин минең авторлыҡты күрһәтмәгән осраҡтар булды. Ләкин был урлау маҡсатынан түгел, ә дөрөҫ итеп күсерә белмәүҙәре арҡаһында килеп сыҡҡан аңлашылмаусылыҡ тип иҫәпләйем. Сөнки бер кеше лә әлегәсә бер шиғырымды ла үҙенеке итеп күрһәткәне булманы. Шиғырҙарым ирекле ҡулланыуға рөхсәт ителгәнлектән уларҙы алып йыр яҙыусылар ҙа бихисап, үҙем дә белеп бөтмәйем. Быны ла мин ыңғай күренеш тип иҫәпләйем. Шиғыр ҡулланыуҙа йөрөй икән – тимәк, кешеләргә оҡшай, кәрәк! Иң мөһиме: улар бит минең авторлыҡты күрһәтергә онотмайҙар. Тимәк, интернет беҙгә, ижад кешеләренә, тығыҙ бәйләнештә булырға, яңы йырҙар тыуҙырырға ярҙам итә. Был да бик мөһим.

Шулай итеп, башҡорт Википедияһы менән танышыуым, Викикитапханала ҙур булмаған эшмәкәрлегем минең өсөн бик файҙалы булды. Беренсенән, минең интернет селтәрендә тәртипкә килтерелгән үҙ китапханам бар, минең уҡыусыларым теләгән саҡта унда инеп, үҙҙәренә кәрәкле шиғырымды таба ала. Был минең өсөн дә бик ҡулайлы. Икенсенән, уйламағанда китаплы булдым. Өсөнсөнән, Викикитапхана төҙөүгә бәләкәй булһа ла үҙ өлөшөмдө индерә алдым: минең дүрт йөҙгә яҡын шиғырҙарым унда үҙ урынын тапты. Әйткәндәй, 70 уҡыусым йүнәлтмә яһап, үҙ сәхифәләренә минең Викикитапханамдың һылтанмаһын күсереп ҡуйған. Тимәк, улар әүҙем рәүештә башҡорт Викикитапханаһына, Википедияһына инәләр, уҡыйҙар. Был үҙе үк проекттарҙың әүҙемлеген арттыра, яңынан-яңы ҡатнашыусылар йәлеп итә тип уйлайым. Үҙемә ҡалһа, мин башҡорт Википедияһын ойоштороуға күп көс һалған, бының өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләгән ирекмәндәргә һоҡланам, улар менән ғорурланам. Киләсәктә хәлемдән килгәнсә башҡорт вики проекттарын үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә тырышасаҡмын.