Jump to content

Башҡортостанға йыр

From Wikisource
Башҡортостанға йыр (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (141-се бит) ISBN 5-295-03798-3


БАШҠОРТОСТАНҒА ЙЫР


(Йыр)
Һүрелмәҫ йондоҙҙай балҡыйһың,
Илемде йылытыр ялҡынһың,
Йәнемдәй ҡәҙерле ергенәм,
Йөрәктән дан йырым түгелә.

Уралым тауына һыйынған,
Ҡурайым моңона ҡойонған,
Нурлостан, йырлыстан, гөлостан,
Илгенәм, бергенәм, Башҡортостан!

Егәрле, даланлы халҡың бар,
Донъяны шаулатыр даның бар,
Ғалимдар, шағирҙар төбәге –
Ил түрен биҙәрлек хаҡың бар!

Йылғалар, күлдәрең, урманың,
Йыр-моңо урғылған ҡурайың,
Эй ғорур башҡортом улдары,
Дан йырлап мин һеҙҙе ҙурлайым!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.