Аҙналар: 1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50
51
52
53
Кеше
Бөтәһенә ярҙам итер,
Һәр кемдә лә булыр эше,
Мәрхәмәтле, яҡты йөҙлө
Иң-иң изге зат кем? Кеше!
Бар донъяны өҙөп тешләп
Сәйнәр ине, үтһә теше,
Үҙ ишенең йәнен ҡыйыр
Иң-иң яуыз зат кем? Кеше!
Иблис тә һин, фәрештә лә,
Юҡ донъяла һинең ише,
Үҫтергән дә, үлтергән дә
Ниндәй зат һин, әйтсе? Кеше!
23.12.2014
|
|
Фирүзә Абдуллинаның башҡа шиғырҙары