Jump to content

Башаҡ

From Wikisource
Башаҡ (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1938 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” 1938 йыл.



Башаҡ



Халҡым уҙа башаҡ ашаһынан,
Ҡыуанысы сағылып йөҙөнә.
Халҡым үҙе хужа башаҡ, ергә,
Халҡым үҙе хужа тау, күлгә…
Мин дә үтәм халҡым менән бергә,
Күк майкамды кейеп өҫтәмә.
Күңелкәйем көлә, рәхәтләнә,
Ахыҡ башаҡтарҙың еҫенә!
Офоҡа буй тартҡан баҫыу ҡыры,
Тибрәләнә бөҙрә ял ҡағып,
Йәнгә шатлыҡ биргес тәмдәр аңҡый;
-Уйнаҡ йөрәгемә көс яғып.
Кәүҙәләндереп зәңгәр диңгеҙҙең,
Матур эңерҙәрҙә шаулауын.
Баҫыу шаулай, баҫыу сайҡала…
Ем туҡлыҡтан эйеп һабағын.
Баҫыу шауын сикһеҙ өҙөлөп һөйәм,
Һәр кем һөйгән кеүек йәшлеген.
Сөнки унда күрәм илем көсөн,
Һәм шишмәһен күркәм йәшәүҙең.
Унда күрәм кешем һөйөнөсөн,
Ышанысын, дәртен, туҡлығын.
Унда күрәм илем йәмлелеген,
Бөйөклөгөн, данын ныҡлығын”..
Һәр бер башаҡ байлыҡ,көрәш, йәшәү,
Һәр бер башаҡ бәхет китерә.
Һәр бер башаҡ - штык , дары, бомба,
Һәр бер башаҡ йоҙаҡ сигенә.


1938 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.