Jump to content

Басһыҙ гармун. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource


Басһыҙ гармун


Ҡыр эштәре тамам.
Көн-төн тынмай
Быҫҡаҡ ямғыр яуа аяуһыҙ.
Ә ҡыйыҡтар - ҡара шәлдәрме ни -
Ҡайғылылар. 41. Ҡара көҙ.
Кис ултыра ҡыҙҙар бәйләм тотоп,
Бирсәткәләр - ике бармаҡлы:
Фронтҡа былар. Энә сың-сың итә,
Нағыш һала ҡушылып һалмаҡ йыр.
Гармун моңо ғына ишетелмәй,
Гармунсылар хәҙер алыҫта.
Биш энәнең сыңы көй оҙата
Йырға күсһә әрнеү-һағыштар.

- Гармунсының исемдәре
Гармун ҡайыштарында,
Булмаһын һөйгән йәрҙәрең
Ҡояш байыштарында.
Ҡояш байыр яҡта ир-егеттәр,
Бер ҡайтырҙар ҡояш сығарып,
Еңеү көйөн уйнар гармунсылар,
Яу аттарын ҡуйғас туғарып.

...Һуғыш тамам. Өс гармунсы китеп,
Ҡайтты - берәү. Буп-буш һул еңе.
Кис ултырып ҡыҙҙар ишһеҙ йырлай,
Ай ҡыйбатҡа төштө был еңеү.
Һыңар ҡуллап гармун һыҙҙырҙы ла
Иҫән ҡайтҡан яугир туйында,
Күмәк йырға ҡушылыр егеттәр юҡ...
Басһыҙ гармун - киске уйындар.





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.