Jump to content

Бал ҡорто(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Бал ҡорто ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Бал ҡорто


Бал ҡорто, эй, осто,
Тырышты.
Тик эңер, көттөрмәй.
Урманға һырышты.
Шомлана бал ҡорто:
Ҡайҙа һуң үҙ йорто?
Был ниндәй ҡараңғы
Урманға юлыҡты?
Эй шомло тирә-йүн,
Юғалды ҡайтыр юл.
Ә ерҙә өс осҡон
Ялт та йолт. Нимә был?
Баҡтиһәң, яҡтырта
Һуҡмаҡты ҡуңыҙҙар.
Әйтерһең, һауанан
Атылған йондоҙҙар.
— Әйҙә,— ти береһе,—
Эйәр,— ти,— артымдан.
Умарта өйөң дә
Һул яҡта. Яҡында.
Ҡараңғы тартылды.
Бал ҡорто ҡурҡманы.
Шулай ул, күп булһа
Урманда дуҫтарың.
 
 


1993 йыл