Ул йәш, матур, алсаҡ ҡатын ине…
Бәхет өсөн нимә етмәне?
Ғүмеренең һуңғы йылдарында
Күҙ йәштәре бер ҙә кипмәне.
Эй һөйләне хәлен бер көн шулай!
Аһ-зарҙары ташып түгелде:
“Һәр нәмәнең сиге була, быға
Сик булырға тейеш түгелме?”
Сиге булды. Оҙаҡ көттөрмәне –
Яман сиргә ҡапыл тарыны.
Ҡул һелтәне шулай үҙ-үҙенә:
Ул йәшәүҙән алдан арыны!
Көрәшмәне. Беҙҙе ташлап китте.
Балалары ҡалды, донъяһы…
Рәнйеп китте бөтә яҙмышына –
Кемде икән йәлләп илайһы?
Балаларын йәлләп иларғамы?
Яңғыҙ тороп ҡалған иренме?
Тереләргә йәшәү дауам итә –
Иларға һуң йәлләп үҙенме?
Үлеменә шулай риза булып
Киткәндәрҙе бүтән күрмәнем…
Риза булды, ахыры, ул да минән –
Төштәремә бер ҙә кермәне.
Был тарихты нишләп һөйләнем мин?
Мораль ниҙә? Бына нимәлә:
Ғүмер бит ул – иң ҡиммәтле бүләк,
Бер бирелә һиңә, миңә лә.
Серен һаҡлармын тип мин һүҙ бирҙем,
Кисерегеҙ, һөйләй алмайым,
Күҙ йәштәрен бушҡа түкмәне ул,
Сәбәптәре мөһим, аңлайым.
Ә шулай ҙа…
Бала тыуған мәлдән
Үҙен генә уйлап йәшәргә
Хаҡы бармы икән әсәләрҙең?
Хаҡы бармы үлем көҫәргә?!
Үҙ теләге менән тыумай бала,
Беҙҙең теләктәрҙән ярала,
Ошо мәлдән һәр буласаҡ әсә
Үҙе өсөн бурыс-йөк ала.
Аҙ булғанмы һуғыш йылдарында,
Ғәзиздәрен яуҙа юғалтып,
Ҡатын-ҡыҙҙар бала үҫтергәндәр,
Бала өсөн генә йән атып?
Бала өсөн үҙ хәсрәтен йотоп
Йәшәйҙәр бит күпме ҡатындар?
Балаларың киләсәге өсөн
Көрәшмәҫкә ниндәй хаҡың бар?!!
Үлгәндәрҙе, беләм, аҡлау кәрәк…
Тик күңелем һаман кисермәй –
Булмай инеме ни балаларға
Ҡайғы һурпалары эсермәй?
Әсәй бит беҙ! Күҙ йәштәрен йотоп,
Йәшенмәйсә ышыҡ артына,
Бәләләрҙең боғаҙына баҫып,
Беҙ йәшәйбеҙ бала хаҡына.
Бала хаҡтарына йәшәйбеҙ бит!
Тәүге балаң тыуған мәлдән үк
Үҙ хәсрәтең менән оноторға
Әсәй булғас, һинең хаҡың юҡ!
Үкенесле киттең донъяларҙан…
Онотмайбыҙ һине ҡалғандар,
Һинең фажиғәле яҙмышыңдан
Һабаҡ алһын ине ҡалғандар.
Һабаҡ ябай: көрәшергә кәрәк!
Балаларға әсәй бик кәрәк!
Йәшләй киттең… Һине һағыныуҙан
Әле булһа илай күп йөрәк…