Jump to content

Бала баҡмаҡ, йән сыҡмаҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

БАЛА БАҠМАҠ - ЙӘН СЫҠМАҠ



Баланы уятыу, йыуындырыу, ашатыу, йоҡларға һалыу һамаҡ-таҡмаҡтар менән ҡушылып барһа, күңеллерәк тә, файҙалыраҡ та булыр. Ейәнем өсөн махсус шиғырҙар уйлап сығара инем.

УЯТҠАНДА :

Турғай әйтә, тоор-тор,
Башты былай боор-бор,
Һиңә килдем, бааҫ-баҫ,
Тәҙ(е)рәңде аас-ас!

ЙЫУЫНДЫРҒАНДА:

Йыуам-йыуам,
Йыуам-йыуам
Йыуам битте, ҡулымды ,
Башта йыуам уң ҡулымды,
Шунан йыуам һулымды.
Битте йыуғас,
Ҡулды йыуғас,
Таҙартам тештәремде,
Йыуыныуҙан башлайым мин
Һәр иртә эштәремде.

ТӘПӘЙ БАҪА БАШЛАҒАС:

Бесәй, юлдан ҡаас-ҡас,
Ишектәрҙе аас-ас,
Ана килә бәәпәй,
Ҡулға тотҡан тәәтәй.

ТАНАУ ҺӨРТКӘНДӘ:

Танау һорай ҡулъяулыҡ,
Бынау хәтлем ҙур яулыҡ,
Ҡульяулыҡ - ҡулға яулыҡ,
Ниңә юҡ танауяулыҡ?!

ЙОҠЛАРҒА ҺАЛҒАНДА:

Ятам-ятам тиҙерәк,
Төш күрергә күберәк.
Кем иң алдан өлгөрә,
Шул иң матурын күрә


2015



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.