Jump to content

Байраҡ(шиғыр). Мәүлит Ямалетдинов

From Wikisource
Байраҡ (шиғыр)
автор Мәүлит Ямалетдинов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Байраҡ


Башҡортостаным байрағы —
Аҡ, зәңгәр, йәшел.
Әйҙә, башҡорт, ирек өсөн
Көрәшкә ҡушыл!
Башҡортостаным байрағы —
Аҡ, йәшел, зәңгәр.
Азатлыҡ юлдары урау,
Үрҙәрем зәһәр.
Башҡортостаным байрағы —
Зәңгәр, йәшел, аҡ.
Ҡурҡма, башҡорт, тыуҙы ныҡ тот:
Һайлаған юл хаҡ.
 
 


1988 йыл