Jump to content

Аҡ ҡарҙа ҡара сыйырсыҡ(шиғыр). Айһылыу Йәғәфәрова

From Wikisource
Аҡ ҡарҙа ҡара сыйырсыҡ (Шиғыр )
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Аҡ ҡарҙа ҡара сыйырсыҡ


 Аҡ ҡарҙа ҡара сыйырсыҡ
 Ярһыуҙарын эй түгә.
 Йөрәкһенеп талпына шул,
 Һоҡланып тирә-йүнгә.
 Аҡ ҡарҙа, сыйырсыҡҡайым,
 Өшөмәҫһеңме икән?
 Яҙғы бурандар ҙа булыр,
 Күшекмәҫһеңме икән?
 Аҡ ҡарҙа ла сыйырсыҡтың
 Моң тулы йөрәккәйе.
 Иҫән торған күк Уралы,
 Ҡаршы алған илкәйе.
 Аҡ ҡарҙа ла сыйырсығым
 Ҡурҡмаҫ яҙғы һалҡындан,
 Һағыныуы боҙ иретеп,
 Тыуған яғына ҡайтҡан.


1996 йыл