Jump to content

Аҡ таҫмалы Зөһрә(хикәйә). Б.Байым

From Wikisource
Аҡ таҫмалы Зөһрә(хикәйә). Б.Байым ( хикәйә )
автор Б.Байым
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Аҡ таҫмалы Зөһрә


 — Аҡтырнаҡ, Аҡтырнаҡ, маһ-маһ! Азамат, күтәрмәгә сығып, этен саҡырҙы, Күршеләр ихатаһынан Аҡтырнаҡтың тыныс ҡына өргәне ишетелде. Азамат, ҡойма янына килеп, ярыҡтан ҡараны. Әминә әбейҙәрҙең тупһаһында ят бер ҡыҙыҡай ултыра. Аҡ борсаҡлы ҡыҙыл күлдәк кейгән. Башында — ҙур күбәләктәй аҡ таҫма. Ҡыҙыҡай үҙе Аҡтырнаҡты һыйлай. Эйәһенең саҡырыуын ҡолаҡҡа элмәгән Аҡтырнаҡҡа ла, уны әүрәтеп ултырған ҡыҙға ла берҙәй асыуы килде малайҙың. Аяҡ аҫтында ятҡан ағас киҫәген алды ла ҡойма аша елгәрҙе. Таяҡ эттең арҡаһына барып тейҙе. Аҡтырнаҡ ырғып китте лә ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы.
Ҡыҙыҡай илап ебәрҙе. Азаматтың күңеле булды. Ҡойма башына күтәрелеп, ҡыҙыҡайҙы үсекләп тә алды:
— Тәтәй! Кеше этенә хужа булмаҡсы инеңме? Булмай тор әле.
Аҡтырнаҡ ҡайтып өнһөҙ генә ояһына инеп ятты. Азамат утынлыҡҡа ашыҡты. Әсәһе уға, усаҡ тоҡандырырға кәрәк тип, ҡоро тал киҫергә ҡушҡайны. Балта менән киҙәнгәйне генә, осло тап Азаматтың маңлайына килеп тейҙе.
Ауыртыуҙан ул, башын тотоп, ергә сүгәләне. Бармаҡ араһынан ҡан һарҡып сыҡты.
Шул саҡ Азамат эргәһенә баяғы аҡ таҫмалы ҡыҙыҡай йүгереп килеп етте.
— Ни булды һиңә? Әллә башың тишелгән инде? Бинт бармы?— тип тәтелдәне. Азаматтың йәнә асыуы килде:
— Бинт, ти... Аптека юҡ бында!
 Ҡыҙыҡай, оҙаҡ уйлап тормай, таҫмаһын сисә башланы. Шунан оҫта итеп яраны бәйләп тә ҡуйҙы.
— Һы,— тине малай аптырап,— ҡайҙан өйрәндең?
— Әсәйемдән. Ул бит — врач. Мин дә үҫкәс врач булам, вәт!
— Ә һин кем һуң ул?
— Зөһрә. Өфөнән өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа килдем. Ә мин һине беләм: һин — Азамат. Өләсәйем һине гел маҡтай. Шәп малай, ти. Ә һин ниңә эткә һуҡтың?
Азаматҡа был һорауға яуап биреүе ауыр ине. Ул эт алдында ла, Зөһрә алдында ла үҙен бик ғәйепле тойҙо.
— Таҫмаң ҡып-ҡыҙыл булғандыр инде. Әсәйең әрләр әле үҙеңде,-— тип кенә әйтә алды.
Шул мәл шығырлап ҡапҡа асылды. Азаматтың әсәһе Әсмә апай ҡайтып инде. Улының яраланғанын күреп, башта ҡаушап ҡалғайны ла, Зөһрәнең Азаматҡа ярҙам иткәнен белгәс:
— Изгелекле ҡыҙ икәнһең. Әйҙәгеҙ, өйгә инәйек, сәй эсербеҙ,— тине.
Сәй эскәс, Әсмә апай, һандыҡтан өр-яңы аҡ ебәк таҫма сығарып, Зөһрәнең сәсенә бәйләне. Азаматтың шулай ҙа килешле таҫма таҡҡан ҡыҙҙы күргәне юҡ ине әле бығаса.


1996 йыл