Jump to content

Аҡ күлдәк. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource

Аҡ күлдәк


Аҡлы ғына күлдәгемә
Таптар төшһә - күренә,
Бысраҡ баҫһа бар донъяны,
Бысраҡ уҙа түреңә.

Кер күтәрмәҫ булған өсөн
Аҡҡа хөрмәт юҡ инде.
Әрһеҙерәк, ҡараңғыраҡ
Туҡымаға юл инде.

Өҫтәремә кейер инем--
Аҡ күлдәгем йәл генә.
...Кергә батҡан илде баҫты
Кер күтәрер йәнлеләр.




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.