Jump to content

Аҡ билеттәр

From Wikisource
Аҡ билеттәр
автор Шәһит Хоҙайбирҙин
Ижад итеү ваҡыты: 1917. Нәшер ителгән: 1917.


Аҡ билет. Әссәләмөғәләйкөм, кәмитәт ағай һеҙ булаһығыҙмы?

Рота комитете председателе. Эйе, мин булам.

Аҡ билет. (ҡыҙыл ыштан кеҫәһенән ҙур табаҡҡа һыҙғыланған ҡағыҙҙар сығарып). Бына, ағай, шуны ҡара әле минең өйҙә балаларым бар һәм бер ярты ер арышым йыйылмай ҡалғайны, шуға ҡайтармаҫһығыҙмы тигәйнем.

Председатель. (ҡағыҙҙарын ҡарап ултырғандан һуң). Ниңә һуң был тиклем һуңға ҡалғас ашлыҡ-япыгыҙҙы йыйып бөтөрмәй килдегеҙ, һеҙгә бит ун бишенә килергә иғлан булған ине.

Аҡ билет. Шулай ҙа бит һуң, ағай, беҙгә һуң уны әйтмәнеләр.

Был арала икенсеһе. Әйткәндәр ине лә шул, минең йәмәғәтем ауырып киткән ине, шунлыҡтан һуңлап кителде.

Өсөнсө берәүһе. (йәнә кеҫәһенән бер ҙур табаҡ ҡағыҙға яҙылған яҙыуҙарын председатель алдына килтереп һалып). Бына, кәмитәт ағай, минекен ҡара әле, минең берҙән-бер кәзәмде күрше урлап һатҡан да, шуны юллап йөрөй-йөрөй һуңға ҡалып киттем. Етмәһә, йәнә бер башмағым ауырып ҡалғайны. Уныһы үлеп китһә, бик ҙур зыян була инде. Зинһар, үҙ мосолманың әле, шуларҙы ҡарап, бер ун көнгә генә рәхим итеп ҡайтармаҫһығыҙ микән, бына кәмитәттән даставрения килгән инем.

Председатель (ҡағыҙҙарын алып, йәнә әй­ләндереп-әйләндереп ҡарай ҙа). Һуң былар нәмәгә кәрәк, былар бит һеҙҙең ҡасып йөрөгәнегеҙҙе генә күрһәтә торған бер ҡағыҙ. Былар менән һеҙ барыбер ҡайта алмайһығыҙ, сөнки хәҙер отпускы бөтөнләй юҡ.

Аҡ билет. Һуң нисек теге ротанан ҡайтаралар? Әле бына кисә генә беҙҙең яҡтар ҡайтып киттеләр, ә бында беҙҙе ҡайтармай тоталар.

Председатель Ҡайһы роталар ҡайттылар?

Аҡ билет. Ана теге ста гучмуй ротанан.

Председатель Ха-ха-ха, дурак һин. Сто восьмой тигән рота буламы һуң, полк тиген.

Аҡ билет. Әллә һуң, уны беҙ белмәгәс, нисек тип әйтәһең.

Председатель Ҡасан килдең һин ротаға?

Аҡ билет. Бындамы? Кисә.

Председатель А... Әле һин кисә килен тә бөгөн ҡайтырга ла йөрөйһөң. Ә бына беҙ һуғыш башынан бирле йөрөйбөҙ ҙә, һаман ҡайтырға уйламайбыҙ ҙа.

Аҡ билет. һуң шулай ҙа бит, ағай, шулай уҡ беҙҙе ҡайтармаҫтар микән ни? Зинһар, үҙ мосолманың бит, тырышып ҡарағыҙ әле, әжерен бирербеҙ, буш итмәбеҙ.

Председатель (тороп). Юк, юҡ, ағайҙар, зинһар башымды ҡатырмағыҙ, минең башҡа эшем күп, бар, барығыҙ, сығығыҙ.

Аҡ билеттәр комитет бүлмәһенән сығып, ишек алдына йыйылып, үҙ-ара береһе:

Аҡ билет. Әллә бәлки бер аҙ төрткәндә ҡайтарыр ине лә бит. Нишләйбеҙ, булмаһа йыйылып бер аҙ ғына төртәйекме икән?

Икенсе береһе. Ярай, ярай. Бына бында үҙен генә саҡырып сығараһың да яҡшылап ҡына итеп бирәһең. Бәлки тыңлар, яҡшы егет күренә.

Тағы береһе. Ярай, ярай... кем, Хәмит ағай, бар һин, саҡырып сығар. Беҙ бында йыя торайыҡ, — тип бөтәһе бергә икенсе этаждан төшкән баҫҡыс аҫтына йыйылалар.

Был арала Хәмит ағай комитет ишеге төбөнә килеп, ишекте аҙ ғына аса ла, бармағын тығып председателде саҡыра. Председатель ишеккә ҡараһа, был аҡ билеттәрҙең көнөнә ҡырҡ килеп, был тиклем аптыратыуҙарынан ғажиз булып уйланып ултырғанда, ишек ярығынан бер бармаҡтың һелкенеүен күрә.

Председатель Ни бар, кем ул?

тип ишеккә барып асып ҡараһа, аҡ билет Хәмит ағайҙы күрә.

Хәмит Әйҙә әле. һине бында иптәштәр саҡыра ине.

Председатель Ни өсөн, ниңә, әллә һуғышалармы?

тип Хәмит артынан китә. Коридорға сығыу менән баҫҡыс аҫтына йыйылған аҡ билеттәрҙе күрә лә, быларҙың был эштәре беренсе мәртәбә булмағанлыҡтан, бик тиҙ быларҙың уйҙарын һиҙеп, улар янына бармайын­са, тышҡа сығып китә. Ләкин унда ла ҡотола алмай, аҡ билеттәр бының тышҡа сыҡҡанын күргәс тә бөтәһе лә арттан сығып югерәләр вә етеп, председателде әйләндереп алып, «хөкүмәт ҡағыҙҙарын» һуҙа башлайҙар. Председатель аптырап, быларға хәҙер әүәлге замандағы кеүек аҡсаға ғына һатылып эшләүселәр юҡлығын, бәлки бөтә рота халҡы тарафынан ышанылып һайлап ҡуйған кеше эшләгәнен һөйләп бирә. Ләкин былар уны һаман аңламай. үҙҙәренекен даулап, «мөмкин булмаҫмы, рәхим итеп мөмкин булмаҫмы?» тип тороп ҡалалар, председатель кире өйгә кереп китә.