Мәртәбәне тапҡандар арандайҙыр*,
Нәсихәт ҡылһаң, күнмәй, табандайҙыр*.
Алға ынтылып йөрөгәндә бәхет тапһа,
Тиңмен тигән тиңдәшен таба алмайҙыр.
Бер аҙ дәүер ҡорбанды ташламай баҡ*,
Ялған һүҙҙе, алдашыуҙы маҡтамай баҡ.
Күпте күргән ҡарт дана аҡылын алып,
Залимдарҙың һүҙҙәрен йөпләмәй баҡ.
Туғай яҡшы япанда ҡыу даланан,
Ҡәҙер белмәҫ тыуһа әгәр бер ананан.
Наҙан менән биш көн тороу - йылға торош,
Аҡылың булһа, айырылма ҡарт дананан.
Тиңдәш ҡылһаң, уның өсөн бирегеҙ теҙ,
Танымаған әҙәмгә алтын да - еҙ.
Юлдашын тапмаған ир юлдан яҙыр,
Һис ҡасан наҙандарға булмағыҙ кез216.
Атаң ҡуйған атың менән аталырһың,
Хеҙмәтеңә ҡарай илеңдән бата алырһың.
Наҙан менән күпме юлдаш булһаң да һин,
Ахырында, бер көн килеп, дат алырһың.
Дәрәжәң, ошо һүҙҙе тотһаң, артыр,
Яҡшы ниәт һәр саҡ яҡшылыҡҡа тартыр.
Ахмаҡ дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ -
Ахмаҡ дуҫтан һәр әҙәм яфа татыр.
Ун бәләнең туғыҙы телдән тыуар,
Аҡылы бар әҙәмдәр телен тыяр.
Ауыҙыңдан сығарһаң яман һүҙҙе,
Аждаһа булып, артыңдан һине ҡыуар.
Ҡымыҙ эскән бәйгегә телен ҡушар,
Булыр-булмаҫ һүҙҙәргә ҡолаҡ тонар.
Ат туғарып керешкән сафсатанан
Кис булып, көн батҡанда һәрең боҫар.
Тел асыуын сығарһа, ҡул - хеҙмәткәр,
Асыу-дошман аҡылға булмайҙыр яр.
Баш ярып, күҙ сығарып, дау даулашып,
Ун бәләнең береһе ҡулдан тыуар.
Телде байҡап һөйләгеҙ аҡыл менән,
Эш башлайҙар яҡшылар яҡшы менән.
Ләпелдәк тел һәр ваҡытта бәлә булыр,
Һаҡһыҙлыҡтың китмәгеҙ йүне менән.
Бәхетең артыр, кәм булып яраламаһаң,
Кемдәр юлай ҡашыңа - һарылмаһаң.
Урынһыҙ ерҙә телде тыймаҡ кәрәк,
Серең ситкә сығарма, ярылмаһаң.
Аҡылыңды өҫкә бүл: берен һөйлә,
Икеһе эстә торһон - уға теймә.
Алды-артыңды байҡамай һүҙең һөйләп,
Вайымлашып, аҙағында һин үкенмә.
Аҡыллының кәңәше эстә торор,
Аҡылһыҙҙың үҙ һүҙе үҙен орор.
Үҙендә камил аҡыл булһа ла, ир,
Кәңәш әйтеп, һәр кемдән аҡыл һорар.
Йән бармы ошо һүҙгә ҡолаҡ һалыр?
Һуйылым юҡ һаңғырауға һуғып алыр.
Мәғрифәт, тип, халыҡҡа файҙа эҙләп,
Йән бармы ғилем һүҙҙе ауыҙына алыр?