Jump to content

Ахирәт йорто. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

* * *


Ни генә тип һөйләмәйҙәр
Ысынды бушҡа ялғап,
Өйөм-өйөм ҡар тауындай
Үҫә лә үҫә ялған.
Бикләнеп ҡалам да тауға,
Бирсе тим сабыр, Аллам,
Тик минән ялған сыҡмаһын -
Телемә йоҙаҡ һалам.
Ни уйлаһа, ни ҡылһа ла
Яуаплы кеше - үҙе,
Насар уйҙар уйламаҫҡа
Бирһәңсе, Аллам, түҙем.
Яман уйлап, яман һөйләп
Ғүмерҙәр үтһә бикәр,
Хаҡ тәғәлә ҡаршыһында
Яуаплы түгел ситтәр...
Донъялыҡта беҙ төҙөйбөҙ
Ахирәт өсөн йортто,
Йәннәт көтәлерме уны,
Йә тамуҡ уты йотор...
Ни төҙөйбөҙ...


2015



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.