Jump to content

Ауылымды өҙөлөп һағынам.Земфира Әхмәҙуллина

From Wikisource
Ауылымды өҙөлөп һағынам
автор Земфира Әхмәҙуллина
Сығанаҡ: Ғәзиз ерем — Ерегем. — Өфө: "Матбуғат донъяһы" нәшриәте, 2009. 200 б.


Ауылымды өҙөлөп һағынам



Тыуған ауылымдың һағынамын
Урмандарын, серле таштарын.
Күлдәрендә йөҙгән ҡаҙ-өйрәген,
Урманында һайрар ҡоштарын.

Һағынам мин яҙғы ләйсәндәрҙе,
Йәйҙең сихри айлы кистәрен.
Көҙҙөң һары алтын япраҡтарын,
Ыжғып ҡыштың буран хистәрен

Һағынам мин ауылымда үткән
Һәр миҙгелен бала сағымдың.
Тәпәй баҫҡан хәтфә үләндәрен,
Ҡурай моңон тыуған яғымдың.

Хәтеремдән һыҙып ташлап булмай,
Тыуған ауылым, һине һағынам.
Сит ерҙәрҙә хәҙер йәшәһәм дә
Ғүмерөм буйы һиңә табынам...
  Ауылымды өҙөлөп һағынам.