Jump to content

Ауылыма ҡайтам

From Wikisource
Ауылыма ҡайтам (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (84-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ауылыма ҡайтам


Ауылыма ҡайтам…
Һәр бер үлән,
Һәр бер сәскә менән һөйләшәм.
Ал ҡояшын маяҡ итеп ҡуйып,
“Һаумы!” – тигән кеүек Ер-Әсә.

Һаумы, һаумы, ҡояш, һауа, ерем!
Һаумыһығыҙ, ҡырҙар, туғайҙар!
Һеҙгә ҡайтам, сөнки берҙән-берем,
Бер йөрәгем һеҙҙә булғанға.

Һеҙгә ҡайтам.
Көндөҙ мең-мең төҫтә
Ҡырҙарымда йәйғор балҡыуын
Күрер өсөн ҡайтам,
Эсер өсөн
Халҡым күңеленән тат-һыуын.

Күрер өсөн серле йыһан буйлап,
Шаян йондоҙҙарың елеүен,
Тойор өсөн яҡты хыялдарын
Сая йәшлек тигән иленең.

Тыуған яғым, һаумы, һиңә ҡайтам,
Йөрәгемә ҡайтам тағы ла.
Һаумы, ти ҙә, сәстәремдән һыйпап,
Ҡуйыныма елдәр һарыла.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.