Ул сағында башҡорттарҙың тормоштары тамам иркенлектә булып, ҡайҙа ҡараһаң, унда дәүләт, ҡайҙа барһаң, унда ниғмәт, Урал тауҙарын томалап алған ҡара урман, уларғаса төрлө кәрәклеләре өсөн хисапһыҙ күп ағастар бирә; итен ашап, тиреһенән ҡыш өсөн йылы кейемдәр тегергә уларға төрлө-төрлө кейектәр бирә. Урал итәгендә киң болондарҙа уларҙың хайуандары көтөү-көтөү булып йөрөйҙәр.
Элек замандарҙа шул Урал тауҙары тирәһендәрәк бер башҡорт ауылында Бикхужа исемле бер аусы ҡарт йәшәй торған булған. Уның бөтә ғүмере тип әйтерлек ауҙа ғына уҙған. Бикхужа бабайҙың кейәүгә киткән Алтынбикә исемле бер ҡыҙы ла булған. Алтынбикәнең дә Миңлегәрәй исемле берҙән-бер матур улы булған. Бикхужа бабай ҡыҙын, ә ҡыҙы үҙенең берҙән-бер улы Гәрәйҙе бик ярата торған булғандар. Берҙән-бер көндө Алтынбикә улы Миңлегәрәйҙе ҡулынан тотоп йөрөргә сыҡҡан.
Күп йөрөй торғас, улар урманға кереп киткәндәр икән. Шул ваҡытта уларҙың алдына киҫәктән генә бүреләр килеп сыҡҡандар. Алтынбикә үҙе өсөн бик үк аптырамаһа ла, улы Миңлегәрәй өсөн шаҡтай ҡурҡҡан. Ләкин ни эшләмәк кәрәк? Йәнеңдән ҡәҙерлерәк булған балаһы өсөн Алтынбикә лә бүреләр менән һуғыша башлаған. Яңғыҙ ҡатын бүре көтөүенә ҡаршы тора аламы һуң? Әлбиттә, юҡ! Алтынбикә лә, бисара, ни саҡлы оҙаҡ көрәшһә лә, ахырҙа бүреләр уны талап бөткәндәр. Ҡалын имән тармағына ултырып өлгөргән Миңлегәрәйҙе бабаһы килеп ҡотҡарып алған. Шул ваҡыттан бирле Миңлегәрәй бабаһы Бикхужала тора башлаған.
Бына йәйге аяҙ көндәрҙең береһендә бабай үҙенең ғәҙәте буйынса ҡулына иҫкереп бөткән мылтығын алып, артынан юлдашы Аҡтырнағын эйәртеп, урманға ауға китергә әҙерләнә. Шул ваҡытта түшәктә ауырып ята торған Миңлегәрәй урындан һикереп тора ла:
— Бабам, йәнем, нисек булһа ла, миңә бер болан балаһы алып ҡайт. Бик матурҙы, һарғылты булһын!— тип ҡала. — — Ярар, бәпкәм, ярар! Хоҙай бойорһа, алып ҡайтырмын,— тине лә Бикхужа бабай үҙ юлына китте. — Бикхужа бабай урманда бер көн йөрөй, ике көн йөрөй, ләкин һарғылт төҫлө болан балаһын һаман да осрата алмай. Инде ҡарт аусы арый башлай, ләкин шулай ҙа буш ҡул менән өйгә ҡайтып китеүенә күңеле рази түгел. Ул: «Сабыр итергә кәрәк. Ҡуйы ағастар араһынан шатыр-шотор итеп болан балаһы сыҡмай булмаҫ, хоҙай бойорһа»,— тип һаман йөрөй ҙә йөрөй. Үҙе дүрт күҙ менән тирә-яҡҡа ҡарана. Инде Аҡтырнаҡ та тамам әлһерәп бөттө. Аусы ҡарт һәм Аҡтырнаҡ яҡшы уҡ арынылар. Ҡарт аусы йөрөүенән туҡтап ут яҡты. Аҡтырнаҡты янына саҡырып, улар өсөнсө кисен дә шул урманда үткәрергә булдылар.
Бер заман өйҙән сыҡҡанға дүрт көн дә булды тигәндә көтмәгәндә ерҙә генә ҡарттың үткер күҙҙәренә таныш тояҡ эҙҙәре күренде. Бикхужа бабай эҙгә ҡарау менән үк эште аңланы... Бынан яңыраҡ ҡына балаһы менән инә болан уҙған, бына был ҙур тояҡ эҙе инәһенеке, ә быныһы балаһыныҡы, тип уйлай, һәм Аҡтырнаҡҡа әйләнеп: «Йә әле, Аҡтырнаҡ дуҫ, тырышып ҡара әле!»— тине.
Көн бөркөү. Урмандың асыҡ ерҙәрендә ҡояштың ҡыҙҙырыуына сыҙар хәл юҡ. Аусы ҡарт Аҡтырнаҡ артынан көскә аяҡтарын өҫтөрәп, яңы ғына үҫеп килә торған шыршы әрәмәлеге араһынан бара ла бара. Аҡтырнаҡ телен һалындырған көйөнсә әле унда, әле бында һуғыла, үләндәрҙе, ағас төптәрен еҫкәй. Бына бер заман ҡарт аусының ҡолағына шатыр-шотор иткән тауыш ишетелә башлай... Аҡтырнаҡ тиҙ генә үләнгә ята ла шул килеш үлгән төҫлө ҡата ла ҡала. Ана, инде инә болан үҙе лә күренә... Ул үҙе урман ситендәрәк тора, үҙе ҡурҡҡан һымаҡ. Ул аусы ҡартҡа туп-тура ҡарай, серәкәйҙәр болот шикелле томалап алғандар ҙа уның өҫтөндә гөж киләләр. Болан борсола, ҡалтыранып-ҡалтыранып ҡуя.
Бикхужа бабай боҫоп ҡына йәшеренгән еренән сыға һәм эсенән генә: «Юҡ, туған, һин мине алдай алмаҫһың»,— ти.
Болан инде күптән аусы барын һиҙенә һәм бер ҙә ҡурҡмайса бик тырышып, уның ни эшләгәнен — барын да күҙәтеп тора.
Аусы һаман боҫоп ҡына боланға яҡынлашҡандан-яҡынлаша бара, эсенән генә: «Ул мине балаһы янынан алып китергә тырыша»,— ти. Үҙе аҡрын ғына мылтығын боланға төҙәй. Шул арала болан тиҙ генә бер нисә сажин самаһы артҡа сигенә лә тағы туҡтай. Бикхужа боҫоп ҡына тағы уға табан бара башлай, ул мылтығын алып атам тигәндә генә болан тағы сигенә. Шул килеш ҡарт бер нисә сәғәт аҙаплана. Болан һаман уны алдап йөрөтә лә йөрөтә һәм нисек булһа ла, уҫал аусыны ғәзиз балаһы йәшеренгән урындан ситкәрәк алып китергә тырыша. Ул үҙенең балаһын шул ҡәҙәр ярата ки, уның өсөн үҙе аусы ҡулында ауыр үлем менән үлергә лә риза була. Тик уның ғәзиз балаһы ғына иҫән ҡалһын! Ләкин ҡайҙа һуң инде уға балаһын иҫән алып ҡалырға! Бикхужа ҡарт бөгөн генә бит ауға сыҡмаған! Ул инде үҙ балаһы өсөн үлергә әҙер торған шәфҡәтле боландарға үҙ ғүмерендә бик күп осраған, һәм ул боландар ҙа, уларҙың матур балалары ла — барыһы ла береһе артынан береһе уның ҡулынан теге донъяға китеп бөткәндәр.
Аусы ҡарт эсенән генә боланға асыулана. Шуның менән бергә уның был батырлығына, хайуан булып та үҙ балаһын шул ҡәҙәр яҡын күреүенә иҫе китә.
Инде кис яҡынлаша. Бисара хайуан менән аусы һаман әле береһен-береһе алдарға тырышалар ине. Аҡтырнаҡ күләгә төҫлө ҡарт артынан ҡалмай йөрөй. Бер ваҡыт болан ҡарттың күҙенән юғалды. Ләкин арттан килә торған Аҡтырнаҡ шул ваҡыт ҡарттың аяғына төрттө. Ҡарт артына әйләнеп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен: өс көндән бирле аҙапланып эҙләп йөрөгән һарғылт төҫлө йәш болан балаһы ҡарттан бер нисә генә аҙымда, ағас аҫтында тора. Ул әле йәш, бер-ике аҙналыҡ ҡына булыр. Бикхужа бабай уның нәҙек кенә оҙон аяҡтарына, үҙ алдына, һөйкөмлө башына, уның нәҙек кенә муйынын һуҙып ағас япрағын эләктерергә аҙапланыуына бер аҙ ҡарап тора. Бына бер заман аусы ҡарт мылтығын рәтләп төҙәргә башлай, ләкин уның йөрәге был ваҡыт ни өсөндөр дөп-дөп килә башлай. Бына инде атып болан балаһын тәгәрәтәйем тигәндә генә, ҡарттың күңеленә ҡылт итеп баланың әсәһе, уның балаһына булған сикһеҙ мөхәббәте төшә. Шуның артынан уҡ ул үҙенең мәрхүмә ҡыҙын, уның етем ҡалған улын хәтерләй. Ҡарт ирекһеҙ моңһоуланып уйлана башлай. Уйлаған һайын уның күңеле йомшара бара. Инде ул аҡрын ғына мылтығын ергә ҡуя. Ә болан балаһы бер нәмә лә һиҙмәйсә һаман арлы-бирле йөрөнә, япраҡтарға һуҙыла һәм, бер-бер нәмә ҡыймылдағанды ишетһә, оҙаҡ текләп тора.
Бикхужа бабай тора ла бик ҡаты һыҙғырып ебәрә. Болан балаһы, йәшен шикелле, ҡыуаҡтар араһына кереп күҙҙән юғала, Ҡарт ул киткән яҡҡа бик оҙаҡ уйланып ҡарап тора һәм үҙе нәмәгәлер йылмая. «Әллә-лә-лә, малайың! Тиҙ икән хәйер! Ҡара һин уны, шаянды, уҡ шикелле күҙҙән юҡ булды ла ҡуйҙы», — ти. Үҙе һаман мыйыҡ аҫтынан ғына йылмая.
Икенсе көндө өйгә ҡайтып кереүгә Миңлегәрәй унан:
— Һуң, бабай, мин әйткән булдымы? Болан балаһы алып ҡайта алдыңмы?— тигән сөәл менән ҡаршы ала.— Мин инде һине көтә-көтә интегеп бөттөм,— ти. Уға ҡаршы ҡарт йомшаҡ ҡына тауыш менән:
— Юҡ бит, Гәрәй, булманы... Күреүен күрҙем дә...
— Ниндәй ине, бабай, һарғылтмы?
— Эйе, бөтә ере һарғылт, тик ауыҙы менән тояҡтары ғына ҡара ине. Шундай матур ине инде, күрһәң иҫең дә, аҡылың да китер ине!.. Үҙе шулай ағас аҫтында йөрөнә, үҙе ағас япраҡтарын семсенгән була... Мин шулай мылтығымды төҙәнем дә... — — Тейҙерҙеңме һуң? — — Юҡ, Гәрәй, тейеүҙә эш түгел. Мин үҙем атманым: йәш хайуан ҡыҙғаныс тойолдо... Инәһен ҡыҙғандым... Шулай, һыҙғырып тороп ебәргәйнем, кескенә боланды һин күр ҙә, мин күр. Күҙ йомоп асҡансы юҡ булды... Шулай итеп китте шул. — Аусы ҡарт бик оҙаҡ улына үҙенең нисек итеп өс көн рәттән болан балаһы эҙләп йөрөгәнен, үҙе һыҙғырып тороп ебәргәс, болан балаһының нисек итеп ҡасҡанын һөйләй-һөйләй, «малайыңдан елдәр иҫте!» — ти.
Миңлегәрәй уны әллә ниндәй дәрт менән тыңлай һәм ҡарт менән бергә кәйефләнеп көлә ине. Ул йоҡларға ятҡандан һуң ҡарттан бер нисә мәртәбә:
— Шулай итеп, күҙҙән юҡ булды, тиң, ә, бабай? — ти. — — Эйе, йәшен төҫлө тиҙ генә ҡыуаҡтар араһына кереп китте. — — Ә үҙе ниндәй ине? Һарғылт инеме? — — Һарғылт ине, тик ауыҙы менән тояҡтары ғына ҡара... — Гәрәй шул килеш йоҡоға китте һәм төндөң төн буйы йоҡоһонда болан балаһы менән һаташып сыҡты. Ул һарғылт төҫлө болан балаһының инәһе менән әрәмәлектә рәхәтләнеп үлән ашап йөрөгәнен күргән төҫлө була ине.
Был ваҡыт Бикхужа бабай мейес башында йоҡлаған ине. Ул да Гәрәй төҫлө, йоҡо араһында үҙенә йылмая ине.