Ҡаҙҙар күмәкләп йылға буйында йөрөйҙәр икән. Талдар араһынан төлкө килеп сыҡҡан да ҡаҙҙарға табан шыуыша башлаған.
— Төлкө бар, һаҡ булығыҙ, — тигән ата ҡаҙ. Ҡаҙҙар йыйылышып, һөжүмгә әҙерләнгәндәр.
Төлкө бөтәһен дә күреп торған. Эштең уҫаллыҡ менән сыҡмаясағын һиҙеп, хәйлә ҡорған.
Ул түбәнселек менән:
— Ҡәҙерле туғандар, мин төлкө батшалығынан айыу батшалығына китеп барам. Юлда бик йонсоном. Һеҙҙә ял итеп китергә булмаҫмы?
— Булыр, — тигән ата ҡаҙ. — Тик һеҙгә бер үтенесебеҙ бар.
— Һөйләгеҙ, — тип төлкө кипкән ирендәрен ялаған.
— Йылғаның аръяғында беребеҙ аҙашып ҡалды. Шуны табырға ярҙам итмәҫһегеҙме?
Төлкө шатланып киткән.
— Мин риза. Берәйегеҙ юл күрһәтергә сыҡмаҫмы?
— Мин сығам, — тигән ата ҡаҙ.
Йылға янына килгәндәр. Бүрәнәгә ултырып сығырға булғандар. Ата ҡаҙ бүрәнәнең һыуҙағы башына осоп төшөп тә ултырған. Төлкө: «Аръяҡтағы ҡаҙҙы ла, быныһын да теге яҡҡа сыҡҡас та ашармын», — тип уйлап ҡуйған. Башҡа ҡаҙҙар бүрәнәне төртөп тә ебәргәндәр. Һыу уртаһына барып еткәс, ата ҡаҙ бүрәнәне әйләндереп ебәргән. Төлкө һыуға йығылып төшкән. Ата ҡаҙ һауаға күтәрелгән. Төлкө тыпырсына-тыпырсына һыу төбөнә киткән.