Jump to content

Атай һәм улдар(хикәйә). Л.Толстой

From Wikisource
Атай һәм улдар ( хикәйә )
автор Л.Толстой
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Атай һәм улдар


 Атаһы улдарына килешеп, татыу йәшәргә өйрәткән. Улдары тыңламаған. Ул һепертке килтерергә ҡушҡан да:
— Һындырығыҙ! — тигән.
Күпме тырышмаһындар, улдары һеперткене һындыра алмаған. Атаһы һеперткенең бауын сискән дә берәмләп һындырырға ҡушҡан.
Малайҙар һеперткене берәмләп тиҙ генә һындырып бөткәндәр, ти.
Атаһы малайҙарына:
— Күрҙегеҙме? Татыу йәшәһәгеҙ, һеҙҙе бер кем дә айыра алмаҫ. Ә бер-берегеҙ менән әрләшеп, айырым-айырым йәшәһәгеҙ, һеҙҙе һәр кем дә еңә ала, — тигән.

 


2006 йыл