Jump to content

Артышбатыр (әкиәт). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Артышбатыр (әкиәт)
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Артышбатыр


 Борон заманда был яҡтарҙа көслө бер ырыу йәшәгән. Ирекле, бәхетле халыҡ булған ул. Яҙын тау биттәрендә умырзаялар күҙҙәрен асыу менән — яҙлауға, кәкүк һаҡаулана башлауға — йәйләүгә, балан, миләш көнгә алланғанда көҙләүгә күсер, эре-эре ҡар бөртөктәре ер өҫтөн ала һыйырға әйләндереүгә ҡышлауға ҡайтыр булғандар.
Был яҡ ҡыҙҙары бал ҡортондай нескә билле, төндәй ҡара оҙон толомло, эшкә тырыш, төҫкә һылыу икән. Ә егеттәр ыласындай батыр, сәсәндәй тапҡыр, уҡ-һаҙаҡтан мәргән атыр, йыйындарҙа күрше-тирә батырҙарын еңеп ҡайтыр булғандар. Иң батыры — осҡорлоғо менән танылған яурынтаҡ егет Артышбатыр, ти.
Бик матур йәшәп ятҡанда, сит-ят бер ырыу, себен һымаҡ ябырылып килеп, быларҙы баҫып алмаҡ булған. Ҡамауын ҡамағандар ҙа, тик йәйләүҙе баҫып алырға хәлдәренән килмәгән. Был яҡ егеттәре, бик мәргән уҡсы булғанлыҡтан, сауҡалыҡ араһынан күренгән бер дошманды йәш ҡайынға һеңдерә ата ла ҡуялар, ти. Бик күп ғәскәре ҡырылғанын күргәс, быларҙың башлығы бер аҙ көтөп торорға әмер биргән. Улар, йәйләүҙе ҡамаған көйө, ут яғып, тамаҡ ялғап, кәйеф-сафа ҡороп, төн үткәрмәк булғандар.
Нисек итеп бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, мал- тыуарҙы ҡотҡарып алып ҡалырға тип, йәйләү аҡһаҡалдары кәңәш ҡорған.
— Ошо тау өҫтөндәге таш аҫтында ҙур бер тишек бар. Шунан бөтә бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, барлыҡ мал-тыуар, мөлкәтте сығарырға мөмкин. Тау аҫтындағы түтә юл ҡара урманға тиклем һуҙыла. Урман төпкөлөндә ер өҫтөнә сығып, көҙләүгә китергә мөмкин, — тигән Артышбатыр.
— Был бик аҡыллы фекер.
— Иртәгә йәйләүҙә мин үҙем генә ҡалам. Халыҡтың ҡайҙа китеп юғалғанын дошман белмәҫкә тейеш. Думбырамды алып, уларҙың иғтибарын йәлеп итермен, ә һеҙ яуыздарҙы уратып алып юҡ итергә тырышығыҙ, — тигән Артышбатыр.
Бына, тауҙың мейес тиклем ташын ҡуптарып, мәмерйәгә юл асҡандар. Иң башта көтөү-көтөү йылҡы, һарыҡ-кәзә, һыйыр-быҙауҙарҙы индергәндәр. Унан һуң әбей-һәбей, бала-саға, ҡыҙ- ҡырҡын, ҡарт-ҡороларҙы, барлыҡ мөлкәтте оҙатҡандар. Аҙаҡ ташты урынына шылдырып ҡуйғандар.
Артышбатыр, таң атыуға, таш өҫтөнә менеп ултырып, думбыраһында уйнап, йырлап ебәргән:
Һай, атайсал, атайсал,
Атайсалда бөҙрә тал,
Дошман аяғын баҫтырмам,
Бында минең тапҡан мал.
Ата-бабам ирек һөйгән,
Атайсалым, азат ҡал!
Һай, атайсал, атайсал,
Атайсалда бөҙрә тал,
Дошмандарға һис бирмәмен,
Ғәзиз ил, ирекле ҡал!
Ҡурсалармын илемде,
Ҡәҙерләрмен еремде,
Ғәзиз ерем, атайсалым,
Ҡояш кеүек күренде.
Батырҙың, бер нигә иҫе китмәгән кеүек, тау-урманды яңғыратып йыр йырлап ултырыуына дошмандарҙың асыуы килгән. Бер йәйләү халыҡтың, көтөү-көтөү малдың төн сыҡҡансы юҡ булыуы уларҙы аптыратҡан-алйытҡан. Барлыҡ асыу-үстәре менән өҙөп-йыртып бөтөрмәкселәр егетте. Уға уҡтарын ямғыр кеүек итеп яуҙырғандар. Артышбатырҙың думбыраһының ҡылдары өҙөлөп-өҙөлөп ергә, тау битләүенә барып төшкән дә, аҡ ҡылғанға әйләнеп, егеттең йыры көйөнә шаулай-шыбырлай башлаған. Дошмандар асыуҙарынан теш-тырнаҡтары менән ҡылғанды йолҡҡолағандар. Берәү йолҡонһа — урынына бишәү үҫә, ти.
Артышбатыр иҫәбе буйынса, ир-егеттәр күптән инде дошманды ҡамап алырға тейеш. Тик улар һаман юҡ. Тимәк, ниҙер булған. Батыр баҫып алыусыларҙың иғтибарын гел үҙенә йәлеп итеп торорға тырышҡан. Улар үҙҙәренең ҡамауҙа ҡалғанын һиҙергә тейеш түгел. Батыр әле түмһәләк урындан таҫыл ата, әле тирмәләр араһынан тоҫҡай мәргән уҡтарын. Дошман бик күп ҡырылған. Уларҙың асыуы ҡабарғандан-ҡабарған. Нисек инде себен өйөрө һымаҡ ғәскәрҙе бер егет ҡырып бөтөрөп бара?
Егеттең йөрәк тәңгәленә генә ҡапыл ағыулы уҡ килеп ҡаҙалған. Артышбатыр ергә ауған. Дошмандар, уны уратып алып, уҫал күҙҙәрен алартып, шул яңғыҙ батырҙың үҙҙәрен күпме ҡырғанына иҫ-аҡылдары китеп, өнһөҙ ҡалғандар.
Ҡыйыуҙың кәүҙәһен, атҡа тағып, ҡаялы таштар араһынан тау башына яраһынан ҡанын ҡоя-ҡоя алып менгәндәр. Батырҙы бейек ҡаянан ергә ташламаҡсы булғандар. Уның ҡаны тамған бер урында ҡарағусҡыл йәшел үҫемлек үҫеп сыға бара, ти.
Бына айт-һайтлап батырҙың ҡәрҙәштәре ярҙамға килеп еткән. Мәмерйә эсендәге юлдың бер өлөшөн тау ишелеп баҫҡан булған, шуға оҙаҡлап киткәндәр икән.
Яуыздарҙы шунда уҡ ҡыйратып ташлағандар. Уларҙан тамған ҡара ҡан йыланға әйләнә барған, ти.
Артышбатырҙы ҡәҙерләп ерләгәндәр. Уның ҡаны тамған урында ергә түшәлеп үҫеп сыҡҡан йәшел ҡыуаҡтарҙы артыш тип атағандар. Ул бик файҙалы. Өйөңдә артыш булһа — ен эйәләшмәй, күҙ теймәй, имеш. Төнәтмәһе бик күп ауырыуҙарға дауа. Уны һәр өйҙә, батыр егетте иҫкә төшөрөп, өрлөккә, ишек баштарына ҡыҫтырып ҡуялар.
 
 


1988 йыл