Jump to content

Андыҙ(әкиәт). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Андыҙ (әкиәт)
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Андыҙ


 Элек-элек элгәре Етегән етенән түгел, һигеҙ йондоҙҙан торған. Улар еребеҙгә шәлкем- шәлкем нурҙарын өләшеүсе Ҡояш әсәнең береһенән-береһе һылыуыраҡ балалары икән. Араларында иң зирәге, иң уңғаны, иң изгелекле, иң кеселеклеһе Андыҙъямал булған.
Күңелле йәшәгәндәр Ҡояш ҡыҙҙары: үҙҙәре һап-һары алтын сәсле, һомғол буйлы, көмөш ҡыңғырау тауышлылар, көндәр буйы нурҙар иләп киптергәндәр, эшләп арығас, ап-аҡ болоттарға ултырып, күкте гиҙгәндәр, ә кис етеү менән, бер-береһенә күҙ ҡыҫышып, шаярып, уйнап-көлөп, бейеп-йырлап күңел асҡандар.
Берҙән-бер көндө нескә күңелле Андыҙъямал әсәһенең болоҡһоп йөрөгәнен күреп, аптырап ҡалған.
— Әсәкәйем, ниңә нурҙарың бик һүрәнләнде? Әллә ауырыйһыңмы?
— Юҡ та, Андыҙъямалым, ауырымайым да, бер ерем дә ауыртмай, Ер балаларына ҡарап, көн дә эсем боша. Йыш сирләйҙәр, йүткерәләр. Кескәй балалары ауырып, үлем хәленә етәләр.
— Ниңә улай ауырыйҙар икән кешеләр, әсәй?
— Кем белә инде уларҙы?
Кис еткәс, апалары күҙ ҡыҫышып уйнарға сығып китәләр, ә Андыҙъямал, уйға батып, йоҡлай алмай аптырай.
— Нисек итеп кешеләргә ярҙам итергә? Бигерәк тә сабыйҙары йәл бит әле.
Эргәһенән генә болоттар араһынан Ай үтеп бара.
— Ай ағай, ниңә кешеләр ауырый икән?
— Андыҙъямал, һинме ни әле был? Ниңә ауырыйҙар тиһеңме?— Ай көрһөнөп ҡуйҙы.— Алама ысыҡ төшкән ергә...
— Нимә эшләргә кәрәк һуң уларға тиҙерәк һауығыр есөн, ағай?— ти кесе ҡыҙ, Айҙың күҙҙәренә текләп.
— Әсәйеңә әйтмәйем, тип һүҙ биргәйнем дә, күҙҙәремә ҡарап бик үтенгәс әйтәйем инде... Әҙәм балалары ауырымаһын өсөн, Ҡояш ҡыҙҙарының береһе үҙе теләп ергә төшөргә тейеш. Шунда ғына сирҙәр аҙайыр, бәхет килер кешеләргә.
— Эй, ағаҡайым, рәхмәт!— тип, Андыҙъямал Айҙың осло эйәгенән үбеп тә алды.
— Әсәйем, әсәкәйем, апаҡайҙарым! Беләһегеҙме, ниндәй шатлыҡ? Мин кешеләрҙең сирен белдем! Беҙ уларҙы ҡотҡара алабыҙ, тик беҙ генә!
— Йә, әйт, ниңә ауырыйҙар Ер кешеләре?
— Тиҙ бул инде, ниңә һуҙаһың?-— тиештеләр апалары.
— Алама ысыҡ төшкән ергә, улар шуға ауырыйҙар. Әгәр һигеҙебеҙҙән беребеҙ ергә үҙебеҙ төшһәк, ҡотҡара алабыҙ уларҙы. Ниндәй шатлыҡ, эйеме, апайҙар?
— Юҡ инде, алйотланып ергә төшәһебеҙ юҡ!-— тип ҡырт киҫкәндәр йондоҙ апалары.— Бик төшәһең килһә, үҙең төш.
—- Төшәм, әсәкәйем, апаҡайҙарым, үҙем төшәм, тик кешеләр генә һауыҡһындар!
— Эй, балам, балам! Һиңә Ай ағайың бөтәһен дә әйтеп бөтөрмәгән бит. Ерҙә һыуыҡ- һыуыҡ ҡыштар була, ташҡынлы-һыулы яҙҙар, эҫеле-ҡороло йәйҙәр, ямғырлы-боҙло көҙҙәр... Түҙерһеңме һуң шундай ҡыйынлыҡтарға, кескәйем минең?
Ә кешеләр?
— Улар түҙә...
— Мин дә түҙермен, әсәкәйем, түҙемле булырмын...
— Эй, балаҡайым,— ти Ҡояш, ҡыҙын ҡосаҡлап, уфтанып,— иң сирҡанғысы... ергә аяҡтарың тейеүе булыр, ерәнгес һаҙлыҡ тәлмәрйененә әйләнәсәкһең.
— Уныһына ла әҙермен, әсәкәйем, һин үҙең бит беҙҙе яҡты нурҙарың менән иркәләп, бөтә йән эйәләрен дә яратырға өйрәттең,— ти Андыҙъямал, йәштәрен ағыҙа-ағыҙа,-— мин барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ла түҙермен, тик апайҙарым мине һағынғанда күҙ ҡыҫһындар ҡараңғы төндәрҙә...
—- Һин бит ергә мәңгелеккә төшәсәкһең, аңлайһыңмы үҙеңде нимәгә дусар иткәнеңде, төпсөккәйебеҙ беҙҙең?— тип илашҡандар апалары.
 — Аңлайым, барыһын да аңлайым.
Икенсе көндө Ҡояштың тәүге нурҙары менән төшкән Андыҙъямал, аяғы ергә тейеүе булған, һап-һары Ҡояш һымаҡ гүзәл сәскәгә өйләнгән. Кешеләргә булған һөйәү, изге күңеллелек тәлмәрйенгә әйләндерә буламы һуң Ҡояш ҡыҙын.
Апалары, Етегән йондоҙ булып, төндәрен күҙ ҡыҫҡандар, ә йәйге көндәрҙә йылы ямғырҙан һуң ете төҫлө йәйғор күперен һалғандар, һеңлеләренә ҡайтыу юлын.
— Юҡ шул, апаҡайҙарым, әсәкәйем, мин ерҙән айырыла алмайым. Күрәһегеҙме, аяҡтарым бында тамырланған инде,—- тип әйтә, ти, Андыҙъямал. Ә кешеләр Андыҙ тамырын ҡаҙып алып эсеп, насар ауырыуҙың ни икәнен дә онота башлағандар, ти.


1996 йыл