I
Башында алтын тараҡ,
Нурҙар сәсә ялтырап.
Тауыҡтар шат әтәскә
һоҡланып тора ҡарап.
Тик һин беләһеңме, дуҫым, ниңә әтәстең тарағы былай матур, алтын нур сәсеп тора икән? Белмәйем, тиһеңме, улайһа, иғтибар менән генә минең һөйләгәндәремде тыңла, яраймы.
Бәләкәй генә әтәс (уның был ваҡытта тарағы булмаған әле) бер көндө әсәһе аҡ тауыҡ менән бергә урманға еләккә барырға йыйынған.
Уларға күрше сыбар тауыҡтың ҡыҙҙары — инде ҙур булып үҫеп киткән себештәр ҙә эйәргән. Себештәр шаян, һәр ваҡыт кемдән булһа ла көлөргә яратыусы ҡыҙҙар булған. Йүгереп йөрөп кәрзиндәрен тултырғансы ҡып-ҡыҙыл һутлы еләк йыйғандар ҙа ялбыр ҡайын күләгәһенә ял итергә ултырғандар.
Урман ауылға яҡын булған, шунлыҡтан әтәстең әсәһе аҡ тауыҡ:
— Уйнағыҙ әйҙә, балаҡайҙарым, ә мин һеҙ ҡайтыуға тары ярмаһынан бутҡа бешереп ҡуйырмын, — тигән.
II
Бәләкәс әтәс менән себештәр туйғансы уйнағандар. Иң аҙаҡ араларынан бер һап-һары себеш ғорур тауыш менән, күҙҙәрен уйнатып:
— Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле минең тәпәйҙәрем бигерәк тә матур, — тигән, әле бер аяғын, әле икенсе аяғын күрһәтеп.
— Ә минең һары күлдәгем кемдекенән кәм, — тигән икенсеһе, уға ҡушылып.
— Юҡ, бөтәгеҙгә ҡарағанда ла мин һылыу, — тигән өсөнсөһө.
Улар сыр-сыу килгән саҡта, әтәс араларына инеп, бәхәсте туҡтатҡан. Ә маҡтансыҡ себештәр ҡысҡырышҡандарын онотоп, үҙҙәренә ҡамасаулаған әтәстән көлөргә тотонғандар.
— И... и... беҙҙең менән уйнарға батырсылыҡ иткән була...
— Ҡуяндан да ҡурҡаҡ ул...
— Бахырҡай...
— Ҡыҙҙар, беләһегеҙме, нимә? — тип тотлоға- тотлоға ҡысҡырып ебәргән баяғы һары себеш. — Уның бит сәстәре, ҡойроғо ялбырап йөрөй. Беҙҙеке кеүек тарағы булмағас ни... хи-хи-хи... тарай алмай инде...
Әтәстең был һүҙҙәргә хәтере ҡалған. Күрмәйҙәрме ни, уның күлдәге ап-аҡ, ниндәй таҙа, башы ла ялбырап йөрөмәй. Иртә менән көн һайын әсәһенең тарағы менән тарап ҡуя.
III
Әтәс уларҙы башҡаса тыңлап тормаған, күңелһеҙләнеп, урман эсенә инеп киткән. Себештәргә ныҡ үпкәләгән. Һуҡмаҡтан китеп барған саҡта, абынып барып төшкән. Тороп, аяғына эләккән нәмәне барып ҡараһа, бәләкәс кенә терпе балаһы икән. Уныһы ҡурҡып илап ултыра, ти.
— Ниңә илайһың, бәләкәс, әллә үҙеңде берәйһе йәберләнеме?
— Мин... Мин аҙаштым... Ҡайҙа әсәйем? — тип көскә әйтә терпе балаһы.
— Ҡурҡма, хәҙер мин ярҙам итәм, — тип йыуата, ти, әтәс уны.
Ул терпе балаһын етәкләй ҙә ҡалҡыулыҡҡа менеп, урман яңғыратып, оло әтәстәр кеүек, тәүге тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрә.
— Ки-ке-ру-у-у-у-күк!..
Тауышы нәҙегерәк икән, шулай ҙа матур. Күңеле күтәрелә әтәстең.
— Ниндәй терпе-әсә үҙенең балаһын юғалтҡан?!. Ки-ке-ру-у-у-у-күк!..
Урман уға яуап ҡайтарған:
— Ки-ке-ру-у-у-у-күк!..
Алыҫтан:
— Ҡайҙа минең бәләкәсем, ҡайҙа минең йомороҡайым? — тигән тауыш ишетелгән.
— Беҙ бында, әсәй! — тип шатланып ҡысҡырып ебәргән терпе балаһы һәм әсәһенә ҡаршы йүгергән.
Терпе әтәскә рәхмәт әйтеп, уны ҡунаҡҡа саҡырған. Улар терпе өйөндә еләк менән рәхәтләнеп сәй эскәндәр. Терпе әтәстең ниңә урманда яңғыҙы йөрөүен, һорағас, тегенеһе үҙ хәлен һөйләп биргән. Терпе йылмайған да:
— Борсолма, әтәс, һинең тарағың бар бит, тик себеш-ҡыҙҙар уны күрмәгән, бына, бәләкәй генә ул, — тигән һәм ниндәйҙер тылсымлы һүҙ әйтеп, әтәстең башынан һыйпаған.
— Әсәкәйем! — тип шатланып ҡысҡырып ебәргән терпе балаһы. — Әтәстең ниндәй матур тарағы бар.
IV
Әтәстең дә ҡыуанысының сиге булмаған, хатта рәхмәт әйтергә лә онота яҙған. Терпе ҡунаҡты урманды сыҡҡансы оҙатып ҡуйған һәм тағы ла килеүен үтенгән. Әтәс күңелле йыр йырлап ҡайтырға сыҡҡан. Баҫма өҫтөндә йылғаға күҙ һала ла аптырап ҡала. Башындағы тарағы ҡояшҡа ялтырап, мең төрлө нур сәсә, ти. Үҙе батыр, үҙе тәртипле, ярҙамсыл булғаны, өсөн тылсым-терпе уның ябай тарағын алтын тараҡҡа өйләндергән икән. Әтәс урам буйлап әсәһенә ҡайтып килә. Йәйғор төҫлө ҡойроғо күҙҙең яуын ала, ә сәсенә ҡаҙап ҡуйған алтын тарағы себеш-ҡыҙҙарҙың көнләшеүҙән күҙҙәрен ҡыҙҙыра икән. Тик әтәс улар кеүек маҡтанмай, бүләк өсөн ғорурлана ғына.
Аҡыллы, бик аҡыллы әтәс бит ул!