Jump to content

Алтын сәсле егет (әкиәт)

From Wikisource

Алтын сәсле егет


Борон заманда булған, ти, бер батша. Уның бер һаҙлығы булған. Был һаҙлыҡҡа ғәжәпләнмәгән кеше юҡ, ти: мал керһә, мал, кеше керһә, кеше сығалмай.Хәҙер батша ғәскәренән һаҙлыҡты уратып алдырта. Былар һаҙлыҡ эсендә бер йортҡа барып сығалар. Инһәләр, бер бабай ултыра. Был табипсе ҡарт була. Бабайҙы, тотоп ҡороға сығарып, батшаға тапшыралар. Батша быны төрмәгә яба. Төрмә тәҙрәһенән бөтә халыҡ – бала-сағаһы, ҡарт-ҡороһо ҡарай. Һәр кемдең күргеһе килә инде быны – сит кеше бит.

Был тәҙрәгә батшаның улы килә. Бабайҙың һыҙғыртҡысы була. Ул уны уйнатып ебәрә. Батшаның улы килә лә; Бабай, һыҙғыртҡысыңды миңә бир әле? – ти. Ишек бикле бит, мин һиңә нисек бирәйем уны? – ти бабай. – Асҡыс инәйеңдең кеҫәһендә, шунан ал да мине асып сығар. – ти бабай.

Малай асҡысты алып килә лә ишекте аса. Бабай сыға ла, һыҙғыртҡысты малайға биреп, үҙе ҡаса.

Бабайҙың ҡасып киткәнен ишеткәс, батша аптырай. «Нисек ҡаса алған һуң ул? Был ишекте асыу өсөн бер генә асҡыс, ҡатынымдағы асҡыс ҡына, ярай ине бит», – тип уйлай батша. Ә батшаның ҡатыны: «Минең кеҫәнән асҡыс юғалған», – ти. Бының өсөн батша ҡатынын төрмәгә ябалар. Малай ишетеп ҡала ла атаһына килеп әйтә:

– Инәйҙең гөнаһы юҡ, кеҫәһенән асҡысты алып, мин сығарҙым, – ти.

Шунан батшаның ҡатыны ҡотолоп ҡала, ә малайҙы тотоп алалар ҙа баяғы һаҙлыҡҡа илтеп ташлайҙар. Ҡараңғы төшә, малай илай башлай. Танауын мыш-мыш тартып илап ултыра торғас, теге бабай биргән һыҙғыртҡысын иҫенә төшөрә. Кеҫәһенән алып, һыҙғыртып ебәргәйне, һаҙлыҡтағы күл өҫтөнән шапырлап ҡаҙ шикелле бер нәмә килә. Был малай үҙе ағас башында ултыра. Был килеп етә лә:

– Төш, балам, алып китәм мин һине, – ти. Ә малай ағас башына тағы ла юғарыраҡ менеп китә. Ҡурҡа инде, төшмәй. Шунан ҡарт үҙе менеп алып төшә лә малайҙы елкәһенә ултыртып, үҙенең торған еренә алып китә. Алып ҡайтҡас, бының тамағын туйҙыра ла бер тәүлек йоҡлай торған дарыу эсерә. Бер тәүлек йоҡлағандан һуң, малай уяна. Бабай, бының бик бошоноп ултырғанын күреп:

Ҡайғырма, улым, мин һине кеше итәсәкмен, – ти. изыҡ менән ике стакан дарыу килтерә.,– изыҡ еймәҫ бороношо бер стакан һыуҙы эс, улым, – ти. – Был бер стакан һыу һине бер йәшкә ҙурайта, – ти. Малай тамағына ашап алғас, икенсе стаканды эсерә. Быныһы көс бирә торған дарыу була. Шунан тағы бер стакан дарыу биреп, йәнә бер тәүлек йоҡлатып ала ла, малай йоҡлап торғас, бер ҡойоға алын бара. Алып килә лә, ҡойоға төшөрөп, сумдырып сығара. Малай ҡойонан алтын сәсле булып килеп сыға. Кире алып ҡайтып, теге ризыҡ менән дарыуҙарҙы ашатып-эсереп, бабай малайҙы бер йыл буйы дауалай. Егет бер йыл эсендә егерме биш йәштәге кеше кеүек була,ҙурая, матурлана, бик батыр егет ҡорона инә. Бер көндө теге ҡарт был егеттән һорай:

– Йә, улым, һин инде ҙурайҙың, ниндәй һөнәр яратаһың? – ти. – Баҡса үҫтереү һөнәре бар, көрәшеү һөнәре бар. Ҡайһы һөнәргә өйрәнергә теләйһең? – ти. Егет баҡса үҫтереү һөнәрен

һайлай.

– Бына мин һине баҡса үҫтерә торған батшаға алып китәм, уға баҡса үҫтереүсе кеше кәрәк, – ти бабай. Был хәҙер егетте шул ҡалаға алып барып ҡуя ла үҙе ҡайтып китә.

Батшаға егет эш һорап барып инә.

– Ниндәй һәнәр бөләһең? – ти батша.

– Мин баҡса үҫтерә беләм, – ти егет.

– Ярар, минең әле бер баҡса үҫтереүсем бар, икәү булырһығыҙ. Шул баҡсаның урамында бер йорт бар, шунда икәүләп йәшәрһегеҙ, – ти.

Хәҙер егет баҡсаға бара. Батшаның өс ҡыҙы була. Был ҡыҙҙар һәр көн алмашлап уларға ризыҡ ташып ашаталар.

Бер көндө батшаның кесе ҡыҙы ашарға алып килә. Баҡсасы егеттәр һаман йоҡлап яталар. Йоҡлап ятҡан егеттең алтын сәсен күреп, ҡыҙ бик һоҡлана.

Ярай, шулай итеп йөрөйҙәр былар, йөрөйҙәр: ҡыҙҙар ашарға ташый, егеттәр алма үҫтерә. Алтын сәсле егет ҡараған баҡсала алмағастар иртәнсәк сәскә атһа, иртәгеһенә алмалары бешеп тә сыға. Был эшен күреп бик аптырайҙар. Бының баҡсаһы батшаға ҙур файҙа килтерә.

Бер заман батша ҡыҙҙарын кейәүгә биреү тураһында хәбәр тарата. «Кем дә кем ҡеүәтле булып, ярышта алға сыға, шул кешегә ҡыҙымды бирәм», – ти. Егеттең бындай ярышҡа бер әҙерлеге лә юҡ, теге ҡартты саҡырырға була. Егеттең һыҙғыртҡысты һыҙғыртыуы була, ҡарт килеп тә етә.

– Ни хәжәтем бар, ни кәрәк һиңә? – ти ҡарт.

– Кәрәк шул. Батша ҡыҙын көслө егеткә бирә, ә минең көс юҡ. – ти егет.

Ҡарт быға көс һыуын эсерә, ике көн тәрбиә ҡылып, беренсе бәһлеүән итә лә үҙе ҡайтып китә.

УЁсөнсө көнөндә халыҡ йыйыла, ярыш башлана. Батша өс ҡыҙына ла кейәү һайлай. Башта оло ҡыҙына бер алма бирә:

– Сығарып ырғыт, ҡеүәте етеп, алманы кем алһа, шул һинең кейәүең булыр, – ти.

Килгән егеттәр алма өсөн талаша. Алманы алтын сәсле егет эләктереп ала. Ала ла:

Был алма миңә кәрәкмәй. Кемдең ҡеүәте етә, шул алһын,– тип, кире ырғытып бәрә. Алманы икенсе бер егет ала. Икенсе алманы батша уртансы ҡыҙына бирә. Алтын сәсле егет уныҡын да кире ырғыта: «Миңә кәрәкмәй, кемгә кәрәк, шул алһын, – ти. Быны ла хәҙер бер егет эләктереп ала һала.Хәҙер батша иң кесе ҡыҙына алма бирә. Ҡыҙ был алманы сығарып ырғытыуы була, бөтәһе шунда ябырыла. Тарткылаша-төрткөләшә торғас, алтын сәсле егет кесе ҡыҙҙың алмаһын кеҫәһенә һалып ҡуя.

Батша өс кейәүенең дә туйын бергә өс тәүлек буйына уҙғара. Туй бөткәс, бер көндө батша халыҡты йыя ла үҙенең бер һүҙен әйтә:

– Кесе ҡыҙымды бер ғаҡыллы кешегә кейәүгә бирһәм, халыҡ менән кәңәш итеп, уны үҙемдең урыныма ҡалдырыр инем, тигән ғәһетем бар ине. Йә, йәмәғәт, минең был уйыма һеҙ нимә әйтәһегеҙ? Кесе кейәүемде хуп күрәһегеҙме? – ти.

Халыҡ батшаның был кәңәше менән бик риза була. Шулай итеп егет батша булып китә.

Шунан егет атаһына хат яҙа: «Атай, әгәр ҙә ваҡытығыҙ булһа, инәй менән бергәләп миңә ҡунаҡҡа килеп ҡайтығыҙ. Теге һаҙлыҡҡа ырғытҡан малайығыҙ хәҙер батша булып тора», – ти.

Хәҙер атаһынан хат килә: «Беҙ һиңә барыуҙан баш тартмайбыҙ, әммә ләкин башта үҙең кил».

Егет, урынына кеше ҡалдырып, бисәһе менән аталарына ҡунаҡҡа килә. Атаһы әйтә:

– Мин дә ҡартайҙым, улым, минең урынға ҡал, – ти. Улы риза булмай:

– Юҡ, атай, минең үҙемдең урыным һәйбәт. Мин ҡайтып китәм, һеҙ үҙегеҙ миңә ҡунаҡҡа барығыҙ, минең тормошто күрерһегеҙ, – ти. Шунан һыу һөлөгө шикелле бисәһен янына ултырта ла ҡайтып китә. Улар әле булһа бай тормошта йәшәп яталар, ти.